From Wikipedia, the free encyclopedia
Вейсярв[1], Вейсъярв[2] (эст. Veisjärv, Veisejärv) — Эстониялағы күл, Вильяндимаа өйәҙенең Каркси һәм Тарваст волостарында урынлашҡан.
Вейсярв күле Көнсығыш Эстония һыу йыйыу округындағы Виртсъярв йылға бассейнында урынлашҡан.
Күл Каркси-Нуйа ҡалаһынан 10 саҡрым көнсығышта, диңгеҙ кимәленән 96 м бейеклектә урынлашҡан. Күл эргәһендә Вейсъярве һәм Мяэкюла ауылдары бар.
Һыу ятҡылығының акваторияһы Рубин (Rubina looduskaitseala)[3] тәбиғәт ҡурсаулығы составына инә. Күл ҡәҙимге вьюндарҙың йәшәү урыны булып тора.
Вейсярва — уртаса ҡаты стратифицирланған һыулы (ЕС-тың һыу рамкаһы директиваһына ярашлы, 2-се типтағы һыу) күл. Эстонияла ҡабул ителгән лимнологик типологияһы буйынса, күл миксотроф ҡаты һыулы. 1950 йылда үткәрелгән икшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, күлдәге һыу дөйөм минераллашыуы 238,4-тән 94,4 мг/л[4] ҡәҙәр булған гидрокарбонатлы класҡа (Са төркөмөнә) ҡарай. Мезогумусов күлдәренә инә[5].
Күлдең өйөм майҙаны 481,1 га (Эстониялағы эре күлдәр араһында 8-се урын[6]). Һыу ятҡылығының оҙонлоғо — 3450 м, киңлеге — 1760 м. Күлдең әллә ни ҙур булмаған тәрәнлеге — 4 м, уртаса тәрәнлеге — 1,3 метр. Яр буйы һыҙығының оҙонлоғо 9048 метр. Һыу йыйыу майҙаны — 26,1 мең км². Һыу йылына 1 тапҡыр алмашына.
Көнсығыш яры бейегерәк, унда ҡоро яландар урынлашҡан. Көнбайыш яры һаҙлыҡлы[7]. Төньяҡтан Вейсярвҡа Йикси каналы йоғонто яһай. (kraav Jõksi)[3]. Күлдең көньяҡ осонан Ыхне (jõgi Õhne)[8] йылғаһы ағып сыға, һуңынан ул Виртсъярв күленә ҡоя.
Күлдә сабаҡ, суртан, һыла, ҡыҙылғанат, ҡорман, алабуға һәм йыланбалыҡ[9] бар. Тикшеренеүҙәр Вейсярв күлендә[10] ҡорман балыҡ яҡшы темпта үҫешеүен билдәләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.