Везувий
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ве Везувий (итал. Vesuvio) — Италияның көньяғындағы янар вулкан, Неаполдән яҡынса 15 км алыҫлыҡта. Кампания төбәге Неаполь провинцияһы Неаполитан ҡултығы ярында урынлашҡан. Апеннин тау системаһына инә, бейеклеге 1281 метр.
Везувий | |
---|---|
итал. Vesuvio | |
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Район | Неаполь |
Тау системаһы | Апеннины |
Вулкан формаһы | Стратовулкан, Сомма |
Кратер диаметры | 750 м |
Кратер тәрәнлеге | 200 м |
Барлыҡҡа килеү дәүере | Плейстоцен |
Һуңғы атылыу | 1944 йыл |
Атылыу төрө | Эксплозивный, плинианский, стромболианский |
Состав | Тефрит, трахит, фонолит |
Түбәһе бейеклеге | 1281 м [1] |
Түбәһенә беренсе менеү | 1788 йыл |
Везувий Италияның ваҡыт-ваҡыт ирегән ҡайнар матдә, газ, тау тоҡомдары атып торған өс вулканының береһе, икенсеһе — Этна вулканы Сицилия утрауында, ә Стромболи — Липари утрауында. Везувий — континенталь Европаның берҙән-бер әленән-әле үҙе тураһында белдереп торған янар вулканы[2], ул иң хәүефле вулкандарҙың береһе тип һанала.
Тарихи сығанаҡтарҙа Везувийҙың 80-дән ашыу тапҡыр бик көслө атылыуы тураһында мәғләүмәттәр теркәлгән, шуларҙың иң билдәлеһе 79 йылдың 24 авгусында атылғаны, ул ваҡыт боронғо Рим ҡалалары Помпей, Геркуланум, Оплонтис һәм Стабий виллалары янар вулҡандан атылған лава ҡатламы аҫтында ҡалып юҡҡа сыға. Боронғо Рим авторҙары (шул иҫәптән Кесе Плиний тарафынан) был хәл һүрәтләнә һәм археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә был факт раҫланғанға тиклем оҙаҡ ваҡыт Везувийҙың был ғәйәт көслө атылыуын риүәйәт кеүек кенә ҡабул итәләр. Һуңғы тапҡыр Везувий вулканы 1944 йылда атыла.