Вараждин
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Вараждин (хорв. Varaždin, нем. Warasdin, лат. Varasdinum, мадьярса Varasd) — Хорватияның көнбайышындағы ҡала. Загребтан төньяҡҡа табан 81 км алыҫлыҡта Драва йылғаһы буйында урынлашҡан. Вараждин жупанлығының административ үҙәге. 2011 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡы 47 055 кеше тәшкил итә; 2001 йылда унда 49 075 кеше иҫәпләнә.
Вараждин | |
хорв. Varaždin | |
Байраҡ | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1181 |
---|---|
![]() | |
Рәсми атамаһы | Varaždin |
Дәүләт | Хорватия |
Административ үҙәге | Вараждинска жупанияһы |
Административ-территориаль берәмек | Вараждинска жупанияһы |
Халыҡ һаны | 43 782 кеше (31 август 2021)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 173 метр |
Туғандаш ҡала | Куманово, Залаэгерсег, Бад-Радкерсбург, Осер, Равенсбург, Монтале, Трнава, Птуй, Кобленц һәм Пула |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Майҙан |
59,9 км²[2], 34,5 км²[2] |
Почта индексы | 42000[3] |
Рәсми сайт | varazdin.hr |
Изге ҡурсалаусы | Николай Чудотворец[d] |
Урындағы телефон коды | 042 |
Вараждин Викимилектә |
Археологик ҡаҙылмалар был ауыл римлеләр ваҡытында уҡ булған. 1181 йылда беренсе тапҡыр яҙма рәүештә телгә алына. 1209 йылда хорват-венгр короле Андрей II Вараждинға — Хорватиялағы беренсе ҡалаға — королдең ирекле ҡалаһы тигән грамота бирә.
1756—1776 йылдарҙа император ҡатын Мария Терезия батшалыҡ иткәндә Вараждин Хорватияның баш ҡалаһы булып хеҙмәт итә. Был ваҡытта ҡалала бик күп һарайҙар төҙөлә, һәм улар әлегә тиклем һаҡланып ҡалған. Был ҡалаға «асыҡ күк йөҙө аҫтындағы барокко музейы» тигән исем йөрөтөү хоҡуғын бирә. 1776 йылда ҡала янғындан ныҡ ҙур зыян күрә, шунлыҡтан баш ҡала Загребҡа күсерелә.
Әлеге ваҡытта Вараждин — Хорватияның мәҙәниәт һәм эре сәнәғәт үҙәге. Бында ҙур «Виндия» һөт заводы, билдәле «Вартекс» туҡыу фабрикаһы эшләй.
Ҡала үҙенең «барокко музыка кисәләре» менән билдәле, уға бик күп илдәрҙән музыка башҡарыусылар һәм тыңлаусылар килә. Концерттар боронғо замоктарҙа һәм сиркәүҙәрҙә үткәрелә. Шулай уҡ бында «Шпанцирфест» (Špancirfest) — урам артистары фестивале йыл һайын үткәрелә.
Вараждинда тыуған Имре Кальман Марицаның оперетталарының геройы булып барон Коломан Зупан тора, ә иң билдәле оперетта дуэты «Поедем в Вараждин» тип атала.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.