Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (БДСО-ҒА; ингл. World Trade Organization (WTO), франц. Organisation mondiale du commerce (OMC), исп. Organización Mundial del Comercio) — интеграцион ойошм, 1995 йылдың 1 ғинуарында ағза-дәүләттәрҙең халыҡ-ара сауҙа һәм сауҙа-сәйәси мөнәсәбәттәренлибералләштереү маҡсаты менән ойошторолған. БДСО 1947 йылда төҙөлгән Тарифтар һәм сауҙа тураһындағы Генераль килешеүҙәр (ГАТТ) нигеҙендә ойошторола һәм 50 йыл буйына тиерлек ғәмәлдә халыҡ-ара ойошманың функцияһын үтәгән, әммә шуға ҡарамаҫтан, халыҡ-ара юридик ойошма булмаған ойошма булып тора.
БДСО яңы сауҙа килешеүҙәрен төҙөү һәм уларҙы ғәмәлгә индереү өсөн яуаплы, шулай уҡ ойошма үҙ илдәренең параменттары тарафынан ратификацияланған һәм ҡултамғаһын ҡуйған күпселек ағза-дәүләттәр тарафынан бөтә килешеүҙәрҙең дә үтәлешен күҙәтә. БДСО үҙ эшмәкәрлеген 1986—1994 йылдарҙа Уругвай раунды сиктәрендә төҙөлгән Тарифтар һәм сауҙа тураһындағы Генераль килешеүҙәргә (ГАТТ) ярашлы алып бара. Сауҙа мәсьәләләре һәм либералләштереүҙең глобаль мәсьәләләре буйынса, шулай уҡ донъя сауҙаһының артабанғы үҫеш перспективалары күп яҡлы сауҙа тураһындағы фекер алышыу һәм һөйләшеүҙәрҙә (раундта) алып барыла. Әлеге ваҡытта 8 раундта бындай һөйләшеүҙәр үткәрелгән, шул иҫәптән Уругвайҙа, ә 2001 йылда туғыҙынсы раунд Доһала (Катарҙа) алып барыла. Доһа раундында бөтә һөйләшеүҙәр үҫешеүсе илдәрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. 2012 йылдың декабренә ҡарата Доһа ҡалаһында үткәреләсәк раундтың киләсәге билдәһеҙлектә: уның эш программаһы 21 өлөштән тора, ә 2005 йылдың 1 ғинуарына раундтың баштан билдәләнгән иң һуңғы ваҡыты үтеп киткән[7]. Һөйләшеүҙәр барышында күпселек илдәрҙең ирекле сауҙа һәм протеционизмға ынтылышы, бигерәк тә ауыл хужалығы субсидияларына ҡағылышлыһы, ойошмала конфликт барлыҡҡа килтергән. Әлегә тиклем был ҡаршылыҡтар Доһа раундының прогресына һәм яңы һөйләшеүҙәргә төп ҡамасаулаусы булып тора. 2012 йылдың июленә ҡарата, БДСО системаһында ағымдағы ауыл хужалығындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө төркөмдәр араһында һөйләшеүҙәр алып барыла — был раундта буласаҡ һөйләшеүҙәрҙе торғонлоҡҡа килтерә[8].
БДСО -ның штаб-фатиры Женевала (Швейцария) урынлашҡан. БДСО -ның Башлығы (Генераль директоры) 2021 йылға ҡарата — Нгози Оконджо-Ивеала[9], ойошманың үҙҙәренең штатында 600-гә яҡын кеше[10].
БДСО ҡағиҙәләре буйынса ҡайһы бер үҫешеүсе илдәр өсөн ташламалар ҡаралған. Әлеге ваҡытта үҫешеүсе илдәр — БДСО ағзалары, (уртаса алғанда) үҫешкән илдәр менән сағыштырғанда, юғары кимәлдә үҙ илдәренең баҙарҙарын таможня-тариф һаҡлау күләменә эйә. Шуға ҡарамаҫтан, үҫешкән илдәрҙең дөйөм таможня-тариф күләме күпкә юғары, бының һөҙөмтәһендә үҫешеүсе илдәрҙең башҡа илдәр баҙарҙарына сығыу күләме етди сикләнгән[11].
БДСО ҡағиҙәләре бары тик сауҙа-иҡтисади мәсьәләләрен генә көйләй. Ҡайһы бер Европа илдәре һәм АҠШ хеҙмәт шарттары тураһында бәхәстәр башларға тырыша (быға ярашлы хеҙмәткәрҙәрҙең закон тарафынан һаҡланыуын конкурент өҫтөнлөк тип һанарға мөмкинлек тыуҙырыр ине), әммә үҫешеүсе илдәр быға протест белдерәләр, улар раҫлауынса, бындай саралар хеҙмәткәрҙәренең һанын, эш урындарын ҡыҫҡартыуға һәм уларҙың килем кимәле менән конкуренция һәләтен кәметәсәк[11].