![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/7f/S_dnem_Pobedy.jpg/640px-S_dnem_Pobedy.jpg&w=640&q=50)
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай
Ишембай ҡалаһы һәм сәнәғәте тарихы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай — Ишембай ҡалаһы тарихында 1941 йылдың 22 июненән, 1945 йылдың 9 майына тиклемге хронологик осор.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/7f/S_dnem_Pobedy.jpg/640px-S_dnem_Pobedy.jpg)
Ҙур булмаған Ишембай ҡалаһы ваҡытлыса оккупацияланған территорияларҙан килгән ике меңдән ашыу ҡасаҡты ҡабул итә, ауылдар халҡы тағы ла өс меңдән ашыу кешене үҙ ҡанаты аҫтына ала. Ҡаланың ике мәктәбендә (1-се мәктәптә һәм 3-сө башҡорт мәктәбендә) хәрби госпиталь урынлаша. Бында табиптар һәм шәфҡәт туташтары ҡулынан меңләгән һалдат һәм офицер дауа ала, уларҙың өстән икенән ашыу өлөшө яңынан сафҡа баҫа.
Һуғыштың биш йылында быраулаусылар 398 скважина быраулай, тау тоҡомдарын дөйөм проходкалау 275 мең метр тәшкил итә, был һуғышҡа тиклемге биш йыллыҡ менән сағыштырғанда 40 мең метрға күберәк. Быраулаусыларҙың һәм геологтарҙың көсөргәнешле хеҙмәте һөҙөмтәһендә Ҡарлы, Ҡуғанаҡ һәм Сәлих нефть ятҡылыҡтары асыла. Кинйәбулат нефть ятҡылығын асыу фронт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була (1943 йыл, Курск дуғаһында асырғанышлы һуғыш барған мәл). «1943 йылдың аҙағында Ишембай ҡалаһы янында Кинйәбулат нефть ятҡылығын асыу — еңеү хаҡына ысын ҡаһарманлыҡ һәм республиканың нефть сығарыуҙы арттырыуға тос өлөшө»[1]. 1941—1945 йылдарҙа илебеҙ 4,5 миллион тоннаға яҡын Ишембай нефть ала. Нефть сәнәғәте патриархы Н. К. Байбаков үҙенең хәтирәләрендә түбәндәгеләрҙе билдәләй: «Һуғыш осоронда һәр өсөнсө танк Ишембай нефтенән алынған яғыулыҡта эшләне»[2].
Ишембай предприятиелары илебеҙҙең Дәүләт оборона комитетының күсмә Ҡыҙыл байраҡтары менән бүләкләнә. Ишембайҙар оборона ихтыяждары өсөн аҡса йыйыуҙа, шул иҫәптән, «Башҡортостан комсомолецы», «Башҡорт истребителе» авиаэскадрильялары һ. б., шулай уҡ танк колонналары өсөн аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Баш ҡаланан И. В. Сталиндан 1943 йылда шундай һүҙҙәр яҙылған телеграмма килә: «„Башҡорт нефтсеһе“ истребителдәр эскадрильяһын төҙөү өсөн 1165000 һум аҡса йыйған Ишембай ҡалаһы хеҙмәтсәндәренә минең туғандарса сәләмем һәм Ҡыҙыл Армиянан рәхмәт».
Ишембай фронтҡа 10 меңдән ашыу һалдат һәм офицер оҙата, шуларҙың 3000-гә яҡыны һуғыш яланында башын һала. Ишембайҙан һуғышта ҡатнашҡан 8600 һалдат һәм офицер хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, ә алты яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була: Ғ. И. Бирҙин, Д. С. Нағоманов, Т. Г. Халиҡов, Н. А. Черных, А. Ф. Рябов, С. У. Сайранов. Ә Г. Т. Кузнецов, һәм Ш. Ф. Маннанов Дан орденының тулы кавалерҙары була.