Бутово полигоны
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бутово полигоны — Мәскәү өлкәһенең Ленин районы Дрожжино ауылы эргәһендәге Сталин репрессиялары ҡорбандарын язалау һәм ерләү урындарының береһе булараҡ билдәле ыҙандың тарихи атамаһы. Бында, архив-тикшереү документтарына ярашлы, 1930—1950 йылдарҙа тиҫтәләрсә мең кеше атып үлтерелгән. 1937 йылдың авгусынан 1938 йылдың октябренә тиклем атып үлтерелгән 20 мең 761 кешенең исеме билдәле[2][3][4].
Бутово полигоны | |
Нигеҙләү датаһы | август 1937 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Дрожжино[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список памятников культурного наследия Ленинского района Московской области[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | Юбилейная улица |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Расстрелянные и похороненные на Бутовском полигоне[d] |
![]() |
Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы Алексий II Бутово полигонын «Урыҫ Голгофаһы» тип атаны. Полигонда ерләнгән араһында — яҡынса 1000 рухани: Урыҫ сиркәүенең (православие һәм төрлө юрисдикцияға ҡараған правосланыйҙар) һәм башҡа конфессияларҙың вәкилдәре[2][3].
Мәскәү өлкәһе Хөкүмәтенең 2001 йылдың 9 авгусындағы ҡарарына ярашлы, Бутово полигоны урындағы тарих һәм мәҙәниәт әһәмиәтендәге һәйкәл тип иғлан ителде[5][3].
Бутово полигонында атыуға тарттырылғандарҙың күпселеге судтан тыш органдар тарафынан — Мәскәү өлкәһе буйынса СССР НКВД Идаралығының тройкаһы һәм СССР НКВДның махсус комиссияһы һәм СССР-ҙың прокуроры — хөкөм ителгән.
Бутово полигонынан бик алыҫ түгел ике элекке махсус объект урынлашҡан: Коммунарка полигоны (Генрих Ягоданың элекке дачаһы, һуңынан — халыҡты күпләп язалау урыны) һәм Суханов махсус режимлы төрмә (Екатеринин ир-ат монастыры территорияһында)[6][7].