![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/a/a1/CerkevBitnje-Bohinj.jpg/640px-CerkevBitnje-Bohinj.jpg&w=640&q=50)
Бохинь
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бохинь (слов. Občina Bohinj) — Словенияның 212 муниципаль берәмектәренең береһе (община). Словенияның төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Тарихи Үрге Крайна өлкәһенең Гореньск регияһына (статситик район) инә.[2] . Административ үҙәге — Бохиньска Бистрица ауылы. 1994 йылдың 4 октябрендә ойошторола. Бохинь күленән алып Номенгә тиклем, Юлий Альптарында көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Триглав тауы янында, Блед ҡалаһынан көнбайышҡа табан яҡынса 25 км алыҫлыҡта һәм баш ҡаланан, Любляна ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 80 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Биләмәһенең ҙур өлөшө Триглав Милли паркына инә.
Бохинь | |
слов. Občina Bohinj | |
Герб | |
![]() | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәк | Бохиньска Бистрица[d] |
Административ-территориаль берәмек | Словения |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Статистическая область | Гореньска[d] |
Геомәғлүмәттәр | Data:Slovenia/Bohinj.map |
Халыҡ һаны | 5360 кеше (1 июль 2020)[1] |
Ир-егеттәр | 2706[1] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 2654[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 585 метр |
Туғандаш ҡала | Рамзау[d] |
Майҙан | 333,7 км² |
Почта индексы | 4265 |
Рәсми сайт | bohinj.si |
![]() | |
Номер тамғаһы коды | KR |
![]() |
Община территорияһында боҙлоҡ сығышлы, Словенияның ынйыһы булып торған Бохинь күле урынлашҡан[3]. 1689 йылда Бохинь күле хаҡында һоҡланып Янез Вайкард Вальвазор яҙып сыға[4]. Бохинь күлендә XIV быуат башындағы сиркәү урынлашҡан, ул орнаментлы көмбәҙҙәр һәм диуар сәнғәтендәге һыҙма-яҫылыҡлы стиль менән биҙәлгән[5]. Юлий Альптарында урынлашҡан Вогель һәм Сеножета халыҡ күп йөрөгән халыҡ-ара класлы тау саңғыһы курорттары тип иҫәпләнә[6].
Вальвазор бигерәк тә Крайнала 13 тимер руднигынан Бохинь тимер руднигын билдәләй. Ул XVIII быуатта Словенияла металлургия үҙәктәренең береһе булып тора. Бохинда металлургия үҫешенә башланғысты 1730 йылда Микеланджело Цойс һала (1694—1777). Уның улы, меценат һәм ғалим, Словен милли-ағартыу түңәрәге ағзаһы, барон Жига (Сигизмунд) Цойс (1747—1819) Бохинь туризмының башлап ебәреүсеһе тип һанала. Ул Бохиньға үҙенең күп дуҫтарын һәм таныштарын саҡыра.[4]. XX быуат башында Есеница — Триест Бохинь тимер юлы төҙөлә.
Тадеуш Конвицкий «Бохинь» повесын яҙа (Bohin, 1987), уны поляк теленән Ксения Старосельская тәржемә итә. Польшала китап бестселлерға әүерелә һәм Ивашкевич исемендәге әҙәби премия ала. Лидия Алексеева Бохинь күле тураһында «Прозрачный след» шиғырҙар йыйынтығында «Бохинь» шиғырын яҙа[7].