Боровка (Һамар ҡушылдығы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Боровка — Ырымбур өлкәһендәге йылға, Һамар йылғаһының уң ҡушылдығы.
Боровка | |
Һыу башы | Дөйөм Һырт |
---|---|
Ҡайҙа ҡоя | Һамар (Волга ҡушылдығы) |
Ҡушылдыҡ | Жилая[d], Ҡондоҙло (Боровка ҡушылдығы), Сенная[d], Таллы (Боровка ҡушылдығы), Уҫаҡлы (Боровка ҡушылдығы), Суртанлы һәм Берёзовка[d] |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 2140 км² |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 62 метр |
Оҙонлоҡ | 167 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Боровка (Һамар ҡушылдығы) бассейны[d] |
Боровка Викимилектә |
Оҙонлоғо — 167 км, бассейны майҙаны — 2140 км²[2]. Йылға баштары Дөйөм Һырт ҡалҡыулығында, ҡар һыуҙары менән туҡлана. Йылғаның ағымы Боровка (Чекалинский) һыуһаҡлағысы менән көйләнә. 1934 йылдан 1985 йылға тиклем күҙәтеүҙәр мәғлүмәте буйынса уртаса йыллыҡ һыу сығымы Паника ҡасабаһы районында 5,54 м³/с тәшкил итә[3].
Түбәнге ағымында Боровка Быҙаулыҡ ҡарағайлығы — Рәсәй дала зонаһында иң боронғо урмансылыҡ хужалығының береһе буйлап аға. Йылға буйында ҡала тибындағы Ҡылтабан ҡасабаһы урынлашҡан.
Боровка топонимы был йылғаның Быҙаулыҡ ҡарағайлығы ҡурсаулығы биләмәһенең уртаһынан ағыусы ҡарағайлы йылға ("бор" урыҫ теленән "ҡарағайлыҡ" тигәнде аңлата) хаҡында һөйләй. XVIII быуатта йылға Һыртмыш исеме менән билдәле булған.