Болот
From Wikipedia, the free encyclopedia
Болот — атмосфераның юғары ҡатламында ҡуйырған һыу парҙарының һыуынып тығыҙ томанға әйләнгән массаһы. Тышҡы күренешенә ҡарап ҡыйғас, ҡатлаулы һәм өйкөм болоттарға айырып йөрөтәләр; ваҡ ҡына һыу бөртөктәре йәки боҙ кристалдарының бергә тупланыуынан хасил булған атмосфераның түбәнге өлөшөндәге, ерҙән күренеп торған ҡатлам. Болоттағы ваҡ ҡына һыу тамсылары һәм боҙ кристалдары болот элементтары тип атала. Болот элементтары бергә ҡушылһа, ергә ямғыр йәки ҡар булып яуым-төшөм төшә.
Ҡыҫҡа факттар Барлыҡҡа килгән, эшләнгән, Ҡайҙа өйрәнелә ...
Болот | |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | водяной пар[d], капелька[d] һәм кристаллы льда[d] |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | болоттар барлыҡҡа килеүе һәм климат үҙгәнеүе[d] |
Digital Atlas of Idaho URL | digitalatlas.cose.isu.edu/… |
Болот Викимилектә |
Ябырға
Болоттар тропосферала күҙәтелә.