Болгария иҡтисады
From Wikipedia, the free encyclopedia
Болгария — ауыл хужалығы үҫешкән индустриаль ил. Болгария иҡтисады ҙур дәүләт һәм шәхси секторҙарҙан торған ирекле баҙар принциптарында эшләй. Бөтә донъя банкыһы категориялауы буйынса Болгария юғары уртаса килемле, сәнәғәте үҫешкән ил булып иҫәпләнә . 2000-№се йылдар башында уның иҡтисады тиҙ үҫешә. Йән башына тулайым баһа буйынса 2014 йылда 5,833 евро тура килә.
Болгария иҡтисады | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Урын | Болгария |
Номинальный ВВП | 56 831 518 294,44 $[1] |
Номинальный ВВП на душу населения | 8228 $[2] |
ВВП (ППС) | 148 227 624 522 Международный доллар[3] |
ППС ВВП на душу населения | 20 948,097 Международный доллар[4] |
Темп роста реального ВВП | 3,4 процент[5] |
Суммарные запасы | 28 375 830 876 $[6] |
Кеше үҫеше индексы | 0,824 |
Эшһеҙлек кимәле | 4 процент[7] |
Инфляция кимәле | 1,9 процент[8] |
![]() |
2001 йылдан башлап Болгария туранан-тура сит ил инвестицияларын ылыҡтыра. 2007—2010 йылдарҙағы финанс кризисының барышында, уның иҡтисадында 5,5 тапҡырға кәмеү күҙәтелһә, 2009 йылда уның үҫеш кимәле тиҙ арала тергеҙелә һәм 2014 йылда, башҡа Балҡан илдәре менән сағыштырып ҡарағанда, 1,7 тиклем күтәрелә . Илдең валютаһы лев (күплек һанда левалар) һаны 1 евроға 1,95583 лев тәшкил итә . Был баҙар валюта курсы түгел, ә ирекле рәүештә, нигеҙһеҙ (валюта советы-board currency, халыҡ-ара валюта фонды ярҙамы менән) ҡуйылған Көнсығыш Европала иң тотороҡло валюталарҙың береһе булып тора. . Иң көслө иҡтисад секторҙары — энергетика, тау сәнәғәте, металлургия, машиналар эшләү, ауыл хужалығы һәм туризм. Төп сәнәғәт тауарҙары экспорты — кейемдәр, тимер һәм ҡорос, яғыулыҡ һәм машиналар 2016 йыл 1 октябрь архивланған.. Европа һәм донъя баҙарында конкуренция һәм етештереүсәнлеге түбән булыу, шуның өсөн финанслау етерлек булмауы, иҡтисади үҫеш өлкәһендә аныҡ сәйәсәттең булмауы, сит ил инвестицияларын индереүгә һәм иҡтисади үҫеште етди арттырырға тотҡарлыҡ булып ҡала. XX быуат аҙағында Болгарияла, башҡа күп кенә илдәрҙәге кеүек, халыҡҡа хеҙмәт итеү сфераһы өҫтөнлөк итә.