From Wikipedia, the free encyclopedia
Богданович Татьяна Александровна (26 ноябрь 1873 йыл — 31 декабрь 1942 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы, тарихи повестар авторы. Әҫәрҙәрендә 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоро башҡорттарының тормошон һүрәтләй. А. И. Богдановичтың ҡатыны.
Богданович Татьяна Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 15 август 1872 или 26 ноябрь 1873[2] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 31 декабрь 1942[2] |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Уҡыу йорто | Бестужев курсы |
Татьяна Александровна Богданович (ҡыҙ фамилияһы Криль) 1873 йылдың 26 ноябрендә Санкт-Петербург ҡалаһында дворян ғаиләһендә тыуған. Төрлө мәғлүмәт буйынса, уның тыуыу датаһы 1872 йылдың 15 авгусы[3], йә 1873 йылдың 26 ноябре[4].
Бала сағынан үҙенең әбейе Анненская Александра (рус революционеры, публицист Петр Ткачевтың һеңлеһе) һәм уның ире — рус йәмәғәт эшмәкәре Николай Анненский ғаиләһендә тәрбиәләнә. 1880 йылдарҙа Себер һәм Волга буйында улар менән бергә һөргөндә була. 1890 йылда Түбәнге Новгородта гимназияны, 1896 йылда — Санкт-Петербургтың Юғары ҡатын-ҡыҙҙар (Бестужев) курстарының тарих-филология бүлеген тамамлай. 1898 йылда А. И. Богдановичҡа кейәүгә сыға. Баш ҡала матбуғатында публицистика, тәржемәләр, тарихи беллетристика менән сығыш яһай. 1907 йылда ире үлгәндән һуң 4 бала менән тороп ҡала.
Сәйәси Ҡыҙыл Тәре Петербург ойошмалар бюроһы рәйесе була. «Современное слово» гәзитенең беллетристика (нәфис әҙәбиәт) бүлеген мөхәррирләй (1908—1917). 1918 йылдың сентябрь айында В. Г. Короленко саҡырыуы буйынса Полтаваға күсә. 1928—1932 йылдарҙа Ленинград ҡалаһында балалар яҙыусылары секцияһын етәкләй. Короленконың һуңғы йылдарҙағы тормошо тураһында хәтирәләр яҙып ҡалдыра («Былое», 1922, № 19).
Күп китаптар авторы, шул иҫәптән: «Александр I. Тарихи-биографик очерктар» (М., 1912), «Первый революционный кружок Николаевской эпохи. Петрашевцы» (Пг., 1917), «Хождение в народ» (Пг., 1917), «Великие дни революции. 23 февр. — 12 марта 1917 г.» (Пг., 1917); «Биография Владимира Галактионовича Короленко» (Х., 1922), «Любовь людей шестидесятых годов» (Л., 1929), «Суд над колдуном: Роман» (М., 1928), «Соль Вычегодская: Роман» (Свердловск-М., 1931), «Холоп-ополченец (1606—1612)» (2 китапта М.-Л., 1941).
1942 йылдың 31 декабрендә Свердловск ҡалаһында эвакуацияла вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.