Биткойн
электрон аҡса системаһы һәм ундағы валюта берәмеге / From Wikipedia, the free encyclopedia
Биткойн, йәки биткоин (ингл. Bitcoin, bit — «бит» һәм coin — «тимер аҡса» тигәндән), — үҙәкләштерелмәгән түләү системаһы, операциялар хисабын алып барыуҙың бер төрлө атамалы берәмеген һәм мәғлүмәттәрҙе тапшырыуҙың бер төрлө атамалы протоколын файҙалана. Системаның эшен һәм һаҡланыуын тәьмин итеү өсөн криптография саралары ҡулланыла. Система адрестары араһында үткән транзакциялар тураһындағы бөтә мәғлүмәт асыҡ.
Тапшырылыусы минималь дәүмәл (ваҡланыусы иң бәләкәй дәүмәл) — 10−8 биткойн — «сатоши» тип атала, был атама уны уйлап сығарған Сатоси Накамото хөрмәтенә бирелгән, ә ул үҙе был дәүмәлде элек «цент» тип йөрөткән[8].
Ике яҡ араһындағы электрон түләү аралашсыһыҙ башҡарыла, ул ҡайтарыла алмай — раҫланған операцияны кире алыу механизмы бөтөнләй юҡ (түләү хаталы йә булмаған адресҡа ебәрелһә лә, транзакцияға башҡаларға билдәле ябыҡ асҡыс менән ҡул ҡуйылған осраҡта ла). Ябыҡ асҡыстың хужаһынан (йә уны белеп ҡалған бүтән берәйһенән) башҡа аҡсаны бер кем бикләй (уға арест һала) алмай, был хатта ваҡытлыса ла мөмкин түгел. Әммә мультиҡултамға технологияһы өсөнсө яҡты (арбитрҙы) йәлеп итеү һәм «ҡайтарылыусан транзакциялар» үткәреү мөмкинлеген бирә. Махсус скрипттар теле ярҙамында аҡыллы контракттарҙың башҡа төрҙәрен дә ҡулланып була, ләкин скрипттар телен график интерфейс аша ҡулланып булмай, ул Тьюринг буйынса ла тулы түгел, ә яңы блокчейн системалары был етешһеҙлектәрҙән азат.
Биткойн төрлөсә атап йөрөтөлә. Йыш осрағандары: криптовалюта, виртуаль валюта, цифрлы валюта, электрон ҡулаҡса.
Биткойнға уны ҡабул иткән һатыусыларҙан тауар йә хеҙмәттәр һатып алырға була. Цифрлы валюталар алмашыу онлай-сервисы, башҡа түләү системалары, алмаштырыу пункттары аша йә мәнфәғәте булған башҡалар араһында ҡәҙимге валюталарға алмаштырыла ала[9].
Операцияларҙы үткәреү өсөн комиссия биткойнды ебәреүсе тарафынан ирекле билдәләнә, комиссияның күләме транзакцияны эшкәрткәндә өҫтөнлөк бирелеүгә йоғонто яһай. Ғәҙәттә программа-клиент комиссияның тәҡдим ителгән күләмен әйтә. Транзакцияларҙы комиссияһыҙ ҙа үткәрергә мөмкин, әммә хупланмай, сөнки эшкәртелеү ваҡыты бик оҙонайып китеүе ихтимал.
Системаның төп үҙенсәлектәренең береһе — үҙәкләштерелеүҙән тулыһынса азат булыу: үҙәк хаким йә уға оҡшаш бер нимә юҡ. Был түләү системаһы өсөн база программа-клиентының (асыҡ сығанаҡ кодлы) булыуы етә. Күп компьютерҙарҙа тоҡандырылған программа-клиенттар бер-береһе менән бер ранглы селтәр аша тоташа, уның узелдарының һәр береһе тиң һәм үҙ-үҙен тәьмин итеү өсөн етерлек булып тора. Системаға дәүләт йә хосуси идаралыҡтың инеүе мөмкин түгел, шул иҫәптән биткойндарҙың суммар иҫәбен дә үҙгәртеп булмай. Яңы биткойндар сығарыу күләме һәм ваҡыты алдан уҡ билдәле була, һәм улар хисаплап сығарыуҙар өсөн үҙ ҡорамалын ҡулланыусылар араһында сағыштырмаса осраҡлы рәүештә бүленә[10].