Би́лли А́йлиш Па́йрат Бэрд О’Ко́ннелл (ингл. Billie Eilish Pirate Baird O'Connell; 18 декабрь 2001 йыл) — АҠШ йырсыһы һәм йырҙар авторы. 2016 йылда SoundCloud-та баҫтырылған «Ocean Eyes» дебют синглы арҡаһында билдәлелек яулай.

Ҡыҫҡа факттар Төп мәғлүмәт, Исеме ...
Билли Айлиш
ингл. Billie Eilish
Thumb
Төп мәғлүмәт
Исеме

Билли Айлиш Пайрат Бэрд О’Коннелл

Тыуған

18 декабрь 2001 йыл
(19 йәш)

Тыуған урыны

Лос-Анджелес, Калифорния, АҠШ

Ил

АҠШ

Һөнәрҙәре

йырсы , йырҙар авторы

Әүҙем йылдары

2015 — бөгөнгәсә

Инструменттар

гитара, укулеле, клавишлы

Жанрҙар

поп, электропоп, инди-поп, эмо-поп[1][2]

Лейблы

Darkroom, Interscope

Автограф
Thumb
billieeilish.com
 Аудио, фото, видео Викимилектә
Ябырға

2019 йылда уның When We All Fall Asleep, Where Do We Go? дебют альбомы Американың (Billboard 200) һәм Британияның (UK Albums Chart) хит-парадын етәкләй, ә «Bad Guy» синглы Billboard Hot 100 исемлегендә (АҠШ) беренсе урынға сыға. Ул йырсының беренсе чарттопперы була, ә Айлиш үҙе, был ҡаҙаныштары арҡаһында, Hot 100 исемлеге башында торған XXI быуатта тыуған беренсе кеше .

2020 йылда Айлиш Грэмми музыкаль премияһының бөтә дүрт төп номинацияһында (Йыл йыры, Альбом йылы, Яҙыу йыры һәм Яңы яҡшы башҡарыусы) еңеп, конкурстың триумфаторы була. Һөҙөмтәлә ул 1981 йылдан һуң (һәм тарихта Кристофер Кросстан һуң икенсе) бөтә дүрт төп йыл наградаһын алған тәүге йырсы[3][4].

Бала сағы

Айлиш Мэгги Бэрд һәм Патрик О’Коннелл ғаиләһендә, Хайленд-Парке, Лос-Анджелес-та тыуған. Уның ата-әсәһе күңел асыу индустрияһында эшләй[5]. Айлиштың ата-әсәһенең тамырҙары Ирландия һәм Шотландияға барып тоташа[6]. Ул өйҙә генә уҡый һәм 8 йәшендә Лос-Анджелес балалар хорында йырлай башлай[7]. 11 йәштән Айлиш , өлкән ағаһы Финнеасҡа (1997 тыуған) эйәреп, йырҙар яҙа башлай, уҡ ваҡытта ағаһының үҙ төркөмө булған[8].

Билли Айлиш Туретта синдромы менән ауырый[9][10]. Диагноз бәләкәй саҡта ҡуйыла, тик һуңғы ваҡытҡа тиклем йырсы быны белдермәҫкә тырыша.

Дискографияһы

  • When We Asleep All Fall, Where Do We Go? (2019)
  • Happier Than Ever (2021)
  • Hit Me Hard and Soft (2024)

Турҙары

Хэдлайнинг

  • Don ' t At Tour Me Smile (2018)
  • By 1 1 Tour (2018—2019)[11]
  • When We World All Tour Asleep Fall (2019)[12]
  • We Go Where Do? World Tour (2020)

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.