Бизнес
системалы килем алыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бизнес (business — эш, шөғөл, предприятие; рус теленә, бәлки, франц. business йәки туранан-тура инглиз теленән килгәндер), эшҡыуарлыҡ — системалы килем алыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек.
Бизнес | |
Хужаһы | эшҡыуар[d] |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | бизнес идарасылығы[d] |
Цель проекта или миссии | прибыль[d] һәм килем[d] |
Модель элементы | Apple[d] һәм McDonald’s[d] |
Вики-проект | Проект:Компании[d] |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Категория-эпоним | Категория:Компаниялар категориялары |
Бизнес Викимилектә |
Урыҫ телендә эшҡыуарлыҡ һәм бизнес синонимдар булараҡ ҡулланыла, әммә ҡайһы берҙә төрлө мәғәнәгә эйә.[1][2][3][4]
Баҙар иҡтисады шарттарында иҡтисади эшмәкәрлектең күпселек төрҙәре бизнес формалары булып тора, шуға күрә бизнес йәмғиәттең иҡтисади һәм социаль үҫеше сығанағы тип һанала.
Хеҙмәткәрҙәр һаны, продукция етештереү күләме, эшмәкәрлек шарттары буйынса бәләкәй, урта һәм ҙур бизнес айырыла. Бәләкәй бизнес менән бик күп кеше шөғөлләнә, шул уҡ ваҡытта һәр бизнесмендың баҙарҙа тотҡан урыны бар. Ҡағиҙә булараҡ, был ваҡлап һатыу, хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнгән йәки бер төрлө продукция сығарған ҙур булмаған предприятие. Ҡайһы бер илдәрҙә бындай бизнесҡа дәүләт ярҙамы системаһы бар, сөнки ул юғары килем алмағанда ла, киң мәшғүллекте тәьмин итә.
Бизнесмен, ғәҙәттә, үҙенең активын капиталға әйләндерергә тырыша. Был милексенең шәхси ҡатнашлығынан тыш килем килтерергә тейеш, йәғни бизнес хужаһы үҙ предприятиеһында эшләүен дауам итә йәки башҡа эшмәкәрлеккә күсә ала.