Бешпармак тауы (Төркиә)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бешпармак[1][2][3] (һүҙмә-һүҙ: «биш бармаҡ» тур. Beşparmak Dağı) — Төркиәләге тау массивы , Мугла провинцияһы. Кариятарихи өлкәһендә урынлашҡан.
Бешпармак тауы | |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
---|---|
Дәүләт | Төркиә |
Административ-территориаль берәмек | Мугла[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1353 метр |
Бешпармак тауы Викимилектә |
Антик дәүерҙә Латм (Латмос[4], бор. грек. Λάτμος) , урта быуаттарҙа Латр (Латрос, грек. Λάτρος)тауы булараҡ билдәле, төрөктәр был ерҙәрҙе яулап алғанға тиклем ошо исем һаҡлана.
Латм тауҙары итәген боронғо замандарҙа уҡ Эгей диңгеҙендәге шул исемдәге (Латм) ҡултыҡ һыуҙары йыуа, Меандр (хәҙерге ваҡытта, Оло Мендерес) йылғаһының ағын һыуҙары менән бергә килгән ҡом өйөлөү һөҙөмтәһендә хасил булған ҡоро ер диңгеҙ һыуҙарын сигенергә мәжбүр итә, әммә ул ҡултыҡта тоҙло күл (хәҙерге ваҡытта — Бафа күлен)[4] ҡалдырып китә. Ваҡыт үтеү менән һыуҙа тоҙ миҡдары бер аҙ кәмей. Диңгеҙҙең ҡоро ерҙән сигенеүе Рим осоронда башлана һәм Византияның һуңғы осоронда, диңгеҙ менән ҡултыҡ бер-береһенән тулыһынса айырылғас тамамлана.
Тау итәгендә, яр буйында боронғо Латм ҡалаһы урынлаша, һуңынан ул көнбайышҡа табан бер километрға күсерелә һәм мифик герой Гераклдың хөрмәтенә Латмалағы Гераклея исемен ала. Гераклея ҡалаһы Византияның һуңғы осорона тиклем була, әммә аҙаҡ әкренләп емерелә башлай. Әлеге ваҡытҡа тиклем ҡала емереклектәре һаҡланған, уның өҫтөнә Капыкыры төрөк ауылы урынлашҡан[4].
1994 йылда немец археологы Анелиза Пешлов-Биндокат тау битләүҙәрендә һуңғы неолит (беҙҙең эраға тиклем VI—V меңенсе йылдар) осоронда яҙылған боронғо һүрәттәрҙе таба. Тәүге һүрәттәр тауҙың көньяҡ битләүендә табыла. Әлеге ваҡытта 170 һүрәт булыуы билдәле. Уларҙың бөтәһе лә тип әйтерлек ҡыҙыл охра менән яҙылған, бер нисәһе генә һары һәм аҡ-һоро төҫтә.
Ҡаяға 23-30 сантиметр бейеклектәге кеше был һүрәттәре төшөрөлгән. Хайуандар һүрәте бик һирәк осрай, бөгөнгө көнгә ете генә хайуан һүрәте булыуы билдәле.
Һүрәттәр һыу сығанаҡтары һәм тау аша үткән юлдар тирәһендә тупланған.
Ҡаялағы һүрәттәнҙән тыш, мәмерйәләрҙә шул уҡ дәүергә ҡараған керамика, таш ҡорал ҡалдыҡтары табылған.
Латма тауы Ай алиһәһе Селена һәм Эндимион исемле егет тураһындағы боронғо грек мифы менән тығыҙ бәйле. Легенданың бер версияһы буйынса, Эндимионға ҡарата оло һөйөү хисен йөрөткән алиһә Селена Зевстан, Эндимиондың теләһә ниндәй теләген үтәүен үтенә. Эндимион мәңге йәш һәм үлемһеҙ булырға теләй, әммә был теләк тик мәңгелек йоҡола булғанда ғына үтәләсәге шарт була. Шул ваҡыттан алып Эндимион Латма мәмерйәләренең береһендә мәңгелек йоҡоға тала. Һәр төн һайын һөйгәненең матурлығына һоҡланып ҡарау өсөн уның янына Селена төшә имеш.
Страбон, урындағы халыҡ Латма тауының бер мәмерйәһендә Эндимион ҡәберен күрһәтә, тип бәйән итә[5].
VII быуатта ислам дине киң таралыу ала, һәм Византия империяһының көньяҡ провинциялары булған Мысыр, Фәләстин һәм Сүриәне яулап алыу иҫәбенә Ғәрәп хәлифәлегенең биләмәләре киңәйә. Был урындарҙа монахлыҡ бик күптән була, ләкин ғәрәптәр янында уларҙың күптәре, үҙ урындарын ташлап, Византияға күсенә башлай.
VII быуатта Латр тауҙары районына Синай ярымутрауынанмонахтар килеп төпләнә һәм шул ерҙәрҙә бер нисә монастрға нигеҙ һала. Артабанғы быуаттарҙа Латр тауы, быға тиклем киң билдәле булған Афон йәки Вифиниялағы Олимп кеүек, монахтар империяһының үҙәгенә әйләнә.
Латр тауына монахтар килеп төпләнә башлай, дин юлында йөрөгән мосафирҙар ағыла.
787 йылда Икенсе Никей соборының икенсе ултырышында ҡатнашыусылар исемлегендә Латрҙан игумен Исидор теркәлгән.
VIII һәм X быуаттар араһында преподоб Арсений Латрийский, Кивирреота фемаһы стратигы булараҡ, монахлыҡ санын ала һәм Келливарон монастырында игумен булып хеҙмәт итә.
863 йылда Фракия фемаһы стратигы, императрица Феодораның ағаһы һәм император Михаил Өсөнсөнөң бабаһы Петроний Латр монахы Иоаннға сарациндар менән һуғышҡа фатиха биреүен үтенеп мөрәжәғәт итә[6]. Һуңынан, 863 йылдың 3 авгусында, ул Малатья әмире Омарға ҡаршы һуғышта еңеү яулай.
X быуат башында Латр тауында урынлашҡан Кария монастырына киләсәктә преободоб Павел Латрский буласаҡ үҫмер монах Павел килә. Шул мәлдә бында өс монастырь эшләй: Келливарон (шулай уҡ Лампониев тип тә атала), Кария һәм Ҡотҡарыусы монастыры[7].
920—930 йылдарҙа Павел Столпный лавраға нигеҙ һала, аҙаҡ ул Изге Павел исеме менән атала һәм Латр монастырҙары араһында төп морнастырға әйләнә. Павелдың императорКонстантин VII Багрянородный менән хатлашыуы тураһында мәғлүмәт бар.
Преподоб Акакий Латрийский бында Пресвятой Богородицы Мирсинонской лавраһына нигеҙ һала.
X быуатта Византия империяһы монастырҙары эре ер биләүселәр була, Латр тауындағы монастырҙар ҙа шул иҫәпкә инә.
XI быуатта Монахтар үҙәге иң юғары үҫешкә өлгәшкән була[4].
1079 йылда Латр монастырҙарына ул ваҡытҡа бөтә Кесе Азияны тиерлек баҫып алған төрөк-һалйоттар йыш ҡына һөжүм итә.
Яңы үҫеш осорон кисерә Никей империяһы (1204—1260) дәүерендә яңы күтәрелеш кисергәндән һуң, латр тауындағы монастырҙар ҡабат ҡаҡшай башлай, быға Византия империяһының дөйөм көрсөгө лә булышлыҡ итә.
1222 йылда Тау тирәләй 11 монастырь урынлашҡан була.
XIII быуат аҙағында Константинополь патриархы Афанасий I бында оҙайлы ваҡыт дәрүишлектә үткәрә.
Латр монастырҙары тураһында һуңғы рәсми яҙма патриархтың 1360 йылдағы актында осрай[8].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.