Бер туған Маркстар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бер туған Маркстар (ингл. Marx Brothers) — һуғышыу, сикәләүҙәр, флирт һәм «торт бәреү» алымдарынан торған "абсурд комедияһы"на махсуслашҡан АҠШ-тың популяр комик квинтеты.
Википедияла Маркс фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Нью-Йоркта, йәһүд эмигранттары ғаиләһендә тыуғандар. Водевиль һәм театрлаштырылған тамашаларҙа уйнайҙар, әммә донъя кимәлендә кинематограф аша танылалар. Бер туған Маркстарҙы өнһөҙ комедиялар йондоҙҙары Чарли Чаплин һәм Бастер Китон менән бер рәткә ҡуялар.