![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/ff/Grimm.jpg/640px-Grimm.jpg&w=640&q=50)
Бер туған Гриммдар
немец лингвистары һәм немец мәҙәниәтен тикшереүселәр / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бер туған Гриммдар (нем. Brüder Grimm йәки Grimm Die Gebrüder; Якоб, 1785 йылдың 4 ғинуарында — 1863 йылдың 20 сентябрендә һәм Вильһельм, 1786 йылдың 24 февралендә — 1859 йылдың 16 декабрендә) — немец лингвистары һәм немец халыҡ мәҙәниәтен өйрәнеүселәр. Фольклор өлгөләрен йыйғандар һәм «Бер туған Гриммдарҙың әкиәттәре» тигән исем аҫтында бик популяр булып киткән бер нисә йыйынтыҡ баҫтырып сығарғандар. Карл Лахманн һәм Георг Фридрих Бенеке менән берлектә герман филологияһы һәм германистикаға нигеҙ һалыусы ғилми «атай» булып һаналалар. Ғүмерҙәре аҙағында немец теленең беренсе һүҙлеген төҙөү эшенә тотоналар: Вильһельм, эшен D хәрефенә еткереп, 1859 йылдың декабрендә вафат булған; Якоб, A, B, C һәм Е хәрефтәрен тамамларға өлгөрөп, ағаһынан дүрт йылға тиерлек артыҡ йәшәй. Ул, нем. Frucht (емеш) һүҙе өҫтөндә эшләп ултырғанда, өҫтәл артында үлгән.
Бер туған Гриммдар | |
нем. Brüder Grimm | |
![]() Ағалы-энеле Вильһельм (һулда) һәм Якоб (уңда) Гримм, 1855 йылғы портрет, Элизабет Йерихау-Бауман | |
Тыуғанда ҡушылған исемдәре: |
Вильһельм Гримм, Якоб Гримм |
---|---|
Тыуған урындары: |
Һанау, Гессен-Кассель ландграфлығы |
Үлгән йылдары: |
Вильһельм 1859 йылдың декабрендә, Якоб — 4 йыл тирәһе үткәндән һуң. |
Вафат булған урындары: |
Берлин, Пруссия короллеге |
Подданлыҡтары: | |
Һөнәрҙәре: |
лингвистар һәм немец халыҡ мәҙәниәтен тикшереүселәр |
Әҫәрҙәренең теле: |
немец теле |
![]() |
Ағалы-энеле Якоб һәм Вильһельм Гриммдар Һанау ҡалаһында тыуған. Оҙаҡ ваҡыт Кассель ҡалаһында йәшәгәндәр.
Бер туған Гриммдарҙың ҡәбере Шёнебергтәге Изге Матфей иҫке зыяратында урынлашҡан.