From Wikipedia, the free encyclopedia
Беринг диңгеҙе — Тымыҡ океан диңгеҙе. Тымыҡ океандың төньяғында урынлашҡан, унан Алеут һәм Командор утрауҙары менән айырыла. Беринг боғаҙы аша Чукот диңгеҙе һәм Төньяҡ Боҙло океан менән тоташа. Беринг диңгеҙе һыуҙары Рәсәй һәм АҠШ яр буйҙарын йыуа.
Беринг диңгеҙе | |
---|---|
Урынлашыуы | Тымыҡ океан |
Майҙаны | 2 315 000 км² |
Күләме | 3 796 000 км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 4151 м |
Уртаса тәрәнлек | 1600 м |
Беринг диңгеҙе Викимилектә |
XVIII быуат карталарында диңгеҙ Камчатка диңгеҙе, йәғни Ҡондоҙло диңгеҙ тип аталған[1][2]. Артабан диңгеҙгә һәм шулай уҡ боғаҙға диңгеҙ сәйәхәтсеһе Витус Ионассен Беринг исеме бирелә[3][3][4].
Майҙаны 2,315 млн км². Уртаса тәрәнлеге — 1600 метр, максималь тәрәнлеге — 4 151 метр. Диңгеҙ төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай — 1 600 км-ға, көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай — 2 400 км-ға һуҙылған. Һыу күләме — 3 795 мең км³. Тоҙлолоғо 33—34,7‰.
Иң ҙур ҡултыҡтары: Анадырь, Карага, Олюторск, Корф, Тәре, Нортон, Бристольң, Кускоквим.
Утрауҙары:
Диңгеҙгә Юкон һәм Анадырь йылғалары ҡоя.
Йыл һайын сентябрҙән алып диңгеҙ боҙ менән ҡаплана, ул июлдә ирей[5].
Диңгеҙҙә 402 балыҡ төрө (65 ғаиләнән) тереклек итә. Уларҙың 50 төрө — промысла балыҡтары. Шулай уҡ бында 4 төр диңгеҙ ҡыҫалаһын, 4 төр креветкалар, 2 төр молюскыларҙы аулайҙар.
Һөтимәрҙәрҙән диңгеҙҙә балдаҡлы нерпа (акиба), ғәҙәти тюлень (ларга), диңгеҙ ҡуяны (лахтак), крылатка һәм тымыҡ океан моржы, нарвал, һоро кит, гренланд киты, горбач, финвал, япон (көньяҡ) киты, сейвал, төньяҡ күк кит тереклек итә.
Төп порттары: Провидения, Анадырь (икеһе лә Рәсәй), Ном (АҠШ).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.