![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/63/Belarus%252C_administrative_divisions_-_ru_-_colored.svg/langba-640px-Belarus%252C_administrative_divisions_-_ru_-_colored.svg.png&w=640&q=50)
Белоруссияның административ бүленеше
From Wikipedia, the free encyclopedia
Белоруссия, рәсми исеме — Белару́сь Республикаһы (бел. Рэспубліка Беларусь) — унитар дәүләт, беренсе кимәл административ-территориаль берәмек булып 6 өлкә (Брест, Витебск, Гомель, Гродно, Минск, Могилёв) һәм бер өлкәгә лә инмәгән Минск ҡалаһы тора.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/63/Belarus%2C_administrative_divisions_-_ru_-_colored.svg/640px-Belarus%2C_administrative_divisions_-_ru_-_colored.svg.png)
Өлкәләр 118 районға һәм өлкә буйһоноуындағы 10 ҡалаға бүленә (икенсе, база, кимәлендәге административ-территориаль берәмектәр). Административ-территориаль берәмектәрҙең өсөнсө, башланғыс, кимәлен ауыл, ҡасаба һәм ҡала Советтары хасил итә. Минск, өлкә үҙәктәре, шулай уҡ Бобруйск ҡалаһы ҡала райондарына бүленгән.