From Wikipedia, the free encyclopedia
Белов Антонович Фёдор (8 июнь (21 июнь) 1910 йыл — 29 август 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Дан орденының тулы кавалеры.
Белов Фёдор Антонович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 8 (21) июнь 1910 |
Тыуған урыны | Һаҡмар районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР |
Вафат булған көнө | 29 август 1996 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Ырымбур өлкәһе, Рәсәй |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фёдор Антонович Белов 1910 йылдың 8 июнендә хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы Беловка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс мәктәпте тамамлай. Ҡарағанда өлкә нефть һатыу компанияһында ҡабул итеүсе- тапшырыусы булып эшләй[1].
1942 йылдың июнь айынан хәрәкәт итеүсе армияла. Төп ғәскәр төрҙәренең фронт эргәһендәге кесе командирҙар курсын тамамлағандан һуң Ленинград фронтының 382-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Аҙағыраҡ 120-се Гатчина уҡсылар дивизияһында бронебойщик була. Нарва өсөн барған яуҙа ике дошман бронетранспортерын юҡ иткәне өсөн 3-сө дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителә.
1945 йылдың ғинуары аҙағында Одер йүнәлешендәге плацдарм өсөн барған яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Найссе ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа, дошман контратакаһын кире ҡағып, станковый пулеметтан ут яуҙырып, дошмандың үҙйөрөшлө ҡоролмаһын сафтан сығара. Ошо батырлығы өсөн наградаға тәҡдим ителә, ләкин 1-се дәрәжә Дан ордены уға тик 1969 йылда ғына тапшырыла.
Еңеү Көнөн Ф. А. Белов Прага янында ҡаршы ала. 1945 йылдың ноябрь айында старшина[2] званиеһында демобилизациялана.
Тыуған ауылына ҡайта. «Ленин» колхозында эшләй.
Шулай уҡ 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар, шул иҫәптән «Батырлыҡ өсөн» һәм «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.