Белград
From Wikipedia, the free encyclopedia
Белгра́д (сер. Београд, Beograd) — Сербияның баш ҡалаһы һәм илдең иң ҙур ҡалаларының береһе.
Ҡала | |||||
Белград сер. Београд, Beograd | |||||
| |||||
Ил |
СербияСербия | ||||
---|---|---|---|---|---|
Регион |
Белград округы | ||||
Координаталар | |||||
Башлыҡ |
Синиша Мали | ||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
б.э.т. III быуат | ||||
Элекке исеме |
Сингидунум, Альба Булгарика, Нандор Альба, Альба Грэка, Туна-Белгради, Дарол-Джихад[1] | ||||
Майҙаны | |||||
Диңгеҙ кимәленән бейеклек |
116,75 м | ||||
Рәсми теле |
Серб | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
506 кеше/км² | ||||
Агломерация |
▲ 1,659,440 | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+1, йәйге UTC+2 | ||||
Телефон коды |
+381 11 | ||||
Почта индексы |
11000 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
BG | ||||
Рәсми сайт |
beograd.rs | ||||
Халҡының һаны — 1,2 миллион. 1403—1428 йылдарҙа һәм 1815 йылдан Белград Сербияның, 1918—2003 йылдарҙа — Югославияның, 2003 йылдан 2006 йылға тиклем Сербия һәм Черногорияның баш ҡалаһы була. Белград иҡтисад, сәнәғәт һәм мәҙәниәт буйынса иң эре үҙәк. Ҡала Сербияның үҙәк өлөшөндә, Сава йылғаһының Дунайға ҡойған ерендә урынлашҡан. Белград округының майҙаны 3227 км² тәшкил итә[2]. Ҡаланан көнбайышҡа табан Никола Тесла аэропорты урынлашҡан.
Белград ил составында үҙенсәлекле административ статусҡа эйә һәм биш статистик төбәктең береһе. Сербия баш ҡалаһының территорияһы 17 муниципалитетҡа бүленгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙидаралыҡ органына эйә[4]. Белградтың майҙаны илдең дөйөм майҙанының 3,6 процентын, ә уның халҡы Сербия халҡының 22,5 процентын тәшкил итә (Метохия менән Косованы иҫәпкә алмайынса)[5].
Ҡала бик күп титулдарға лайыҡ һәм «Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» исемле номинацияла билдәләнгән.