Белгестәрҙең илдән китеүе
массауи эмиграция процессы осрағында илдән йәки төбәктән сәйәси, иҡтисади, дини йәки башҡа сәбәптәр буйынса белгестәр, ғалимдар һәм квали / From Wikipedia, the free encyclopedia
«Белгестәрҙең илдән китеүе» (от ингл. brain drain) — массауи эмиграция процессы осрағында илдән йәки төбәктән сәйәси, иҡтисади, дини йәки башҡа сәбәптәр буйынса белгестәр, ғалимдар һәм квалификациялы эшселәр китә. Шул уҡ ваҡытта белгестәр күсеп киткән илдәргә һиҙелерлек иҡтисади, мәҙәни, ҡайһы берҙә сәйәси зыян килтерелә, киреһенсә, белгес-иммигранттарҙы ҡабул иткән һәм тәьмин иткән илдәр, күп һәм арзан интеллектуаль капиталға эйә була. Финанс капиталын сит илгә сығарыуҙың шундай уҡ процесын илдән капиталдың ағыуы тип атайҙар.
Белгестәрҙең илдән китеүе терминын Икенсе донъя һуғышы осоронда һәм унан һуң Бөйөк Британиянан Төньяҡ Америка илдәренә ғалимдар һәм инженерҙарҙың миграция процестарын һүрәтләү өсөн британия Король йәмғиәте тарафынан индерелгән[1]. Әлеге ваҡытта был күренеш үҫешкән илдәр өсөн, атап әйткәндә, Африка[2], Кариб утрауҙарындағы[3] элекке Европа колонияларына, шулай уҡ Көнсығыш Европаның элекке социалистик илдәренә, беренсе сиратта — Рәсәй Федерацияһына хас.