From Wikipedia, the free encyclopedia
Беларусь Республикаһының Милли академия Ҙур опера һәм балет театры (бел. Нацыянальны акадэмічны Вялікі тэатр оперы і балета Рэспублікі Беларусь) — Беларусь Республикаһында Минск ҡалаһында урынлашҡан берҙән-бер опера театры һәм иң ҙур театр.
Беларусь Республикаһының Милли опера һәм балет театры | |
Нигеҙләү датаһы | 25 май 1933 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Беларускі дзяржаўны тэатр оперы і балета, Беларускі дзяржаўны Вялікі тэатр оперы і балета, Дзяржаўны акадэмічны Вялікі тэатр оперы і балета БССР һәм Дзяржаўны акадэмічны Вялікі тэатр оперы і балета Рэспублікі Беларусь |
Менеджер/директор | Гридюшко Владимир Павлович[d], Q106809747? һәм Дулова, Екатерина Николаевна[d] |
Дәүләт | Беларусь |
Административ-территориаль берәмек | Минск |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Беларусь Республикаһының Милли опера һәм балет театры[d], Минск, Беларусь |
Арт-директор | Елизарьев, Валентин Николаевич[d] һәм Изворска-Елизарьева, Маргарита Николовна[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Йылына инеүселәр һаны | 247 200[1] |
Адрес | Площадь Парижской Коммуны |
Рәсми сайт | bolshoibelarus.by/rus/ |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Персоналии:Большой театр оперы и балета Республики Беларусь[d] |
Беларусь Республикаһының Милли опера һәм балет театры Викимилектә |
Театр бинаһы һуғышҡа тиклемге совет конструктивизмы өлгөһө булып тора (авторҙары — И. Г. Лангбард һәм Г. Лавров), милли әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы статусында.
Театрҙың опера һәм балет труппалары, симфоник оркестры, хоры, Балалар музыкаль театр-студияһы, «Белорусская Капелла» тигән ижади коллективы бар.
Театрҙа тамашалар башлыса төп нөсхә телендә, шулай уҡ илдең дәүләт телдәре булған белорус һәм урыҫ телдәрендә бара.
Белорус ССР-ының Дәүләт опера һәм балет театры Минскиҙа 1930—1933 йылдарҙа эшләгән Дәүләт опера һәм балет студияһы нигеҙендә 1933 йылдың 25 майында «Кармен» операһы менән асыла. Ул саҡта театрҙың үҙ бинаһы булмай, 1938 йылға тиклем уның бөтә спектаклдәре Белорус драма театры сәхнәһендә бара.
1934 йылда билдәле совет архитекторы И. Г. Лангбард проекты буйынса Минск опера театры бинаһы төҙөлә башлай[2]. 1938 йылдың 10 мартында театр асыла.
Тәүге йылдарҙа театр сәхнәһендә «Князь Игорь», «Евгений Онегин», «Пиковая дама» опералары, «Лебединое озеро» балеты һ. б. ҡуйыла.
1939—1940 йылдарҙа театр сәхнәһендә тәүге белорус милли опералары — Е. К. Тикоцкийҙың «Міхась Падгорны», А. В. Богатырёвтың «У пушчах Палесся», А. Е. Туренковтың «Кветка шчасця»һы һәм беренсе милли балет — М. Е. Крошнерҙың "Салавей"ы ҡуйыла.
Театрҙың беренсе эшмәкәрҙәре — Илья Гитгарц (художество етәксеһе), Г. Н. Петров (дирижёр), О. М. Борисович (режиссёр), Л. В. Крамаревский (балетмейстер); йырсы солистар — Л. П. Александровская, Р. В. Млодек, С. Ю. Друкер, И. М. Болотин, М. И. Денисов; балет солистары — А. В. Николаева, Т. С. Узунова, Ю. В. Хераско, С. В. Дречин һәм башҡалар.
1941—1944 йылдарҙарғы немец оккупацияһы ваҡытында театр бинаһы зарарлана — Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк уға авиабомба төшә һәм тамаша залын емерә, оккупацион властар ярым емерек бинаны ат һарайына әйләндерә, ә театрҙың интерьерын һәм йыһаздарын Германияға талап алып китә. Был ваҡытта театр коллективы Горькийҙа була, 50 кеше урындағы опера театрында эшләй; һуңынан Ковров ҡалаһына күсәләр.
Ҡала совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителгәс (1944), театр ентекләп реконструкциялана һәм ҙурайтып төҙөлә, атап әйткәндә, тамаша залында ярус балкондары барлыҡҡа килә. Реконструкция өс йыл бара һәм 1948 йылда тамамлана. Театр тирәләй Лангбард проекты буйынса парк ҡорола. Минск азат ителгәс тә әйләнеп ҡайтҡан театр коллективы эшмәкәрлеген яңырта, тәүҙә тамашаларын Округ Офицерҙар йортонда ҡуя.
1947 йылда театрҙың реконструкцияланған бинаһы иң яҡшы милли операларҙың береһе — Д. А. Лукастың «Кастусь Каліноўскі» операһы менән асыла. Уның режиссёры Б. А. Мордвинов тағы Тикоцкийҙың «Алеся»һын (1947), шулай уҡ «Пиковая дама», «Риголетто» (икеһе лә 1948), «Князь Игорь», «Проданная невеста» (икеһе лә 1949), «Иван Сусанин» (1950), «Тихий Дон» (1951) операларын, В. А. Золотарёвтың «Князь-озеро», Глиэрҙың «Красный цветок» балеттарын ҡуя[3]. Һуғышҡа тиклемге репертуар 1949 йылға ғына тергеҙелә. 1940-сы йылдар аҙағы—1950-се йылдарҙа белорус опера театрының алтын фондына ингән постановкалар — В. А. Золотарёвтың «Князь-озеро» (1949), Е. К. Тикоцкийҙың «Дзяўчына з Палесся» (1953) балеттары, классик репертуарҙан «Борис Годунов», «Садко», «Иван Сусанин» (1950), «Мазепа» опералары һ. б. ҡуйыла. 1955 йылда балалар өсөн беренсе опера спектакле «Марынка» ҡуйыла.
1967 йылда тағы реставрация һәм төҙөлөш эштәре башҡарыла, бинаға торҡа рәүешле ҡыйыҡ ҡуйыла. 1978 йылда йәнә бер реконструкция үтә.
Советтар Союзында театрҙың иң сағыу һәм ижади эҙләнеүҙәргә асыҡ опера коллективы тигән даны була, шул сәбәпле 1940 йылда театрға — «Ҙур» тигән дәрәжә менән Ленин ордены, ә 1964 йылда «академик» дрәжәһе бирелә.
Совет осоронда Белорус ССР-ының Дәүләт Академия Ҙур опера һәм балет театрында мәшһүр театр эшмәкәрҙәре эшләй. Дирижёрҙар: Онисим Брон, Владимир Пирадов, Лев Любимов, Татьяна Коломийцева, Ярослав Вощак, Владимир Мошенский, Геннадий Проваторов, Александр Анисимов; режиссёрҙар: Олег Моралев, Дмитрий Смолич, Юрий Юженцев, Семён Штейн, Вячеслав Цюпа, Маргарита Изворска-Елизарьева; рәссамдар: Сергей Николаев, Евгений Чемодуров, Евгений Лысик, Эрнст Гейдебрехт, Евгений Ждан, Вячеслав Окунев; опера солистары: Николай Ворвулев, Зиновий Бабий, Нинель Ткаченко, Александр Дедик, Людмила Шемчук, Игорь Сорокин, Мария Гулегина, Вячеслав Полозов.
Театр СССР буйлап гастролдәрҙә йөрөй, Мәскәүҙең Ҙур театр сәхнәһендә лә йыш сығыш яһай.
1989 йылда БССР Опера театрында шедеврға әйләнгән милли опера — «Дикая охота короля Стаха» (В. С. Короткевич әҫәре буйынса) ҡуйыла, ул Белоруссияның Дәүләт премияһына лайыҡ була.
1990-сы йылдарҙа театр репертуары классика шедеврҙары менән байый, милли материал да иғтибарһыҙ ҡалмай, ижади эҙләнеүҙәр дауам итә.
1996 йылда театр ике үҙ аллы өлөшкә — опера һәм балет театрына бүленә.
1996 йылда Мдивани-Елизарьевтың княгиня Рогнеда яҙмышына арналған «Страсці» («Рагнеда») балеты Беларусь Республикаһының Дәүләт премияһына, ЮНЕСКО эгидаһы аҫтындағы «Бенуа де ля данс» халыҡ-ара бейеү ассоциацияһының премияһына лайыҡ була.
2006 йылда тағы йүнәтеү эштәре башлана һәм ике йыл бара. 2009 йылда капиталь реконструкциянан һуң труппалар ҡабат Милли академия Ҙур опера һәм балет театры итеп берләштерелә.
Һуңғы 15 йылда (2010 йыл башындағы мәғлүмәттәр) театр коллективы донъяның 30-ҙан ашыу илендә гастролдә була.
2017 йылдың ноябренә труппа составында:
Режиссёрҙар
Опера артистары
Опера труппаһының мөдире — Нина Козлова, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
Опера концертмейстерҙары
Балетмейстерҙар
Балет артистары
Балет труппаһы мөдире — Татьяна Шеметовец, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
Педагог-репетиторҙар (балет)
Балет концертмейстерҙары
Хормейстерҙар
Рәссамдар
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.