Бая-Маре
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бая-Маре йәки Байя-Маре (румын. Mare Baia, венгр исемдәре Nagybánya, немец — Frauenbach) — Румыния ҡалаһы, Трансильвания төбәгендә урынлашҡан, Марамуреш жудецының административ үҙәге. 1329 йылан алып ҡала билдәле. 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Бая-Марела 137 921 кеше йәшәй, 2007 йылда − 140 кеше .
Бая-Маре | |
рум. Baia Mare мадьярса Nagybánya нем. Frauenbach | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1329 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Baia Mare |
Дәүләт | Румыния |
Административ үҙәк | Baia Mare[d] |
Административ-территориаль берәмек | Марамуреш[d] |
Сәғәт бүлкәте | EEDT[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | mayor of Baia Mare[d] |
Хөкүмәт башлығы | Кытылин Черечеш[d][1] |
Халыҡ һаны | 108 759 кеше (1 декабрь 2021)[2] |
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала | Baia Mare[d], Blidari[d], Фириза[d] һәм Valea Neagră[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 228 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Ходмезёвашархей[d][3], Холливуд[d][4], Китве-Нкана[d][5], Ньиредьхаза[d][6], Серино[d][7], Сольнок[8], Вельс[d][9], Залэу[d], Ивано-Франковск[10][11][12], Бельско-Бяла[13] һәм Combs-la-Ville[d][14] |
Майҙан | 236 ± 1 км² |
Адрес | Str. Gh. Sincai nr. 37[15] |
Почта индексы | 430011–430435 |
Рәсми сайт | baiamare.ro |
Население по родному языку | 8425[16] |
Урындағы телефон коды | 262 |
Номер тамғаһы коды | MM |
Категория для почётных граждан субъекта | Q10017889? |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Baia Mare[d] |
Бая-Маре Викимилектә |
Ҡала үҫеше Сэсар йылғаһының урта ағымы ярында башлана. Бында бронза быуат осоронда фракия ҡәбиләләре йәшәгән. Һуңыраҡ Бая-Маре король Буребиста ойошторған дак батшалығына инә. Был төбәк көмөш һәм алтын ятҡылыҡтарына бай булыуы менән билдәле. Бая-Маре Карл I тарафынан 1328 йылда Dominarum Rivulus исеме аҫтында (урыҫ теле: «Ханым йылғаһы») телгә алына.
Һуңғараҡ, 1347 йылда, Людовик I уны тау сәнәғәте үҫешкән ҙур ҡалаларҙың береһе тип тасуирлай. 1411 йыл Бая-Маре-һәм уның тирәһе Хуньяди ғаиләһенә император Сигизмунд тарафынан тапшырыла.
Ҡала үҫеше Стефан соборы төҙөлгән ваҡытҡа тура килә. Хәҙер был собор башняһы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған иң билдәле тарихи иҫтәлекле урындарҙың береһе булып тора. Беренсе мәктәп Rivulina Scoala тип атала, ул 1547 йылда асыла.
1703 йылда Пынте Батыр ҡаланы Изге Рим империяһынан азат итә. Шул ваҡыттан алып ул Бая-Маре тарихында булған иң әһәмиәтле фигура булып һанала.
19-сы быуат аҙағында ҡалала талантлы рәссамдар — Холлоши Шимон, Рети Иштван, Янош Торма һәм Карой Ференци йәшәй. 1896 йылда улар ҡалала рәссамдар ойошмаһы булдыра, был рәссамдар ойошмаһы, ХХ быуатта венгр сәнғәте үҫешенә йоғонто яһай, уларҙың әҫәрҙәре Венгрия милли галереяһында күрһәтелә.
Ҡала Гутай һәм Игнис тауҙары янында тора Ҡайһы бер урындарҙа уларҙың бейеклеге 1400 метрға етә. Ҡала Бая-Маре үҙәнендә урынлашҡан һәм бөтә яҡтан тауҙар һәм ҡалҡыулыҡтар менән уратып алынған, бында йомшаҡ климат.
Был өлкәлә яуым-төшөм һаны юғары, йыллыҡ уртаса яуым-төшөм күләме — 1000 мм.
Ҡаланың мәҙәниәт һәм белем биреү юғары кимәлдә ; бында алты музейы, планетарий, обсерватория, ике театр, мәҙәниәт йорто, китапхана һәм мәктәптәр (бер нисә филиалдары менән).
Бая-Маре муниципалитетының дөйөм халыҡ һаны 2002 йылда 137921 кеше, уларҙың күпселеге румындар. Ҡаланың этник составы түбәндәгесә:
642 кеше башҡа халыҡтарға ҡарай, шул иҫәптән гректар, төрөктәр, итальяндар, поляктар һәм словактар.
Икенсе донъя һуғышына тиклем Бая-Марелағы йәһүдтәр берләшмәһендә 1000-дән ашыу кеше булһа, хәҙер бөтәһе 130 тирәһе йәшәй, сөнки йәһүдтәр депортацияланған һәм Холокост ваҡытында юҡ ителгән. Ҡалала синагога бар, ул 1885 йылда төҙөлгән.
Бая-Мареның туғандаш ҡалалары түбәндәгесә:
Элек иҡтисадының нигеҙен тау предприятие, яҡын-тирәләге райондарҙа урынлашҡан тау предприятиеһы тәшкил иткән. Әммә 1989 йылдағы революциянан һуң мәғдән сығарыу ныҡ кәмей. Ҡалала иҡтисадтың яңы тармаҡтары үҫешә башлай. Хәҙер Бая-Маре — иҡтисади яҡтан иң үҫешкән төбәктәрҙең береһе булып тора. Ҡалала бер нисә супермаркет төҙөлгән һәм ике сауҙа үҙәген төҙөү буйынса саралар планлаштырыла. . Көнсығыш Европала иң эре диван етештереүсе предприятие — «Italsofa» — Бая-Маре түңәрәк автомобиль юлынан алыҫ түгел урынлашҡан. Бында шулай уҡ юл төҙөлөшө алып барыла. Ҡалалар араһында тиҙ йөрөшлө шоссе төҙөү планлаштырыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.