Башҡортостандағы фәнни мәктәптәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостандағы фәнни мәктәптәр — Башҡортостан Республикаһындағы үҙ фәнни системаһы һәм фәндең көнүҙәк мәсьәләләренә үҙ ҡарашы булған ғилми берләшмәләр. Башҡортостан Республикаһының фәнни мәктәптәре барлыҡҡа килеүҙә республиканың күренекле ғалимдары ғына түгел, ә республикаға фәндең төрлө өлкәһенән белгестәрҙе йәлеп иткән (А. Ф. Леонтьев[1], В. В. Напалков, В. П. Громов, Ю. Н. Фролов һ.б.) дәүләт тә ҡатнаша.
Башҡортостандағы фәнни мәктәптәр уҡыу институттары һәм университеттарының (Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты[2], Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һ.б.) кафедраларында, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының, Рәсәй Фәндәр академияһының бүлексәләрендә (РФА ӨФҮ Тарих, тел һәм Әҙәбиәт институты), ғилми-тикшеренеү институттарында һәм төрлө кимәл ғалимдарҙың берләшмәләрендә формалаша.
Башҡортостанда нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү фәнни мәктәптәрҙең байтағының үткәргес торба транспорты, химик полимерҙар, аппараттар эшләү, конструкциялар ныҡлығын анализлау өсөн файҙаланылған математик аппарат кеүек тармаҡтар буйынса махсуслашыуына сәбәп була. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты үҙенең офтальмология мәктәбе менән илдә төп офтальмология учреждениеларының береһе булып тора.
Ауыл хужалығын үҫтереү, үҫемлектәрҙе районлаштырыу мөмкинлектәре һәм ихтыяжы ошо өлкәлә фәнни мәктәптәр барлыҡҡа килеүенә юл асты.
Рәсәй Федерацияһында 2 йылға бер тапҡыр Рәсәй Федерацияһының төп фәнни мәктәптәренә дәүләт ярҙамы (гранттар) алыуға конкурс үткәрелә. Бындай конкурстарҙа Башҡортостан Республикаһының фәнни мәктәптәре лә ҡатнаша.