Рәсәй, Башҡортостандың Бөрө районындағы ауыл биләмәһе From Wikipedia, the free encyclopedia
Бахтыбай ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы составындағы муниципаль административ-территориаль берәмек.
Бахтыбай ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Бахтыбай[1] |
Административ-территориаль берәмек | Бөрө районы |
Халыҡ һаны |
2257 кеше (2002)[2], 2492 кеше (2009)[2], 2336 кеше (2010)[3], 2321 кеше (2012)[4], 2306 кеше (2013)[5], 2231 кеше (2014)[6], 2167 кеше (2015)[7], 2127 кеше (2016)[8], 2094 кеше (2017)[9] |
Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законына ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[10].
2008 йылда Баженов ауыл Советы менән берләштерелә. Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортосьан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законында ст.1 п. 11) түбәндәге юлдар бар[11]:
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Баженов ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға.
«Бахтыбай» атамаһын һаҡлап, Бахтыбай һәм Баженов ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Бахтыбай ауылында урынлаштырырға. Баженов ауыл Советының Баженов, Үләй, Вязовка, Самосадка ауылдарын Бахтыбай ауыл Советы составына индерергә.
Бахтыбай ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.