Батшалар үҙәне
From Wikipedia, the free encyclopedia
Батшалар үҙәне (ғәр. وادي الملوك, Үәҙи-(э)ль-мөлөк)[1] — Мысырҙағы беҙҙең эраға тиклемге 16-сы быуаттан алып 11-се быуатҡа тиклем яҡынса 500 йыл дәүерендә Яңы Батшалыҡтың (Боронғо Мысырҙың Ун һигеҙенсе династияһынан алып Егерменсе династияһына тиклем) фирғәүендәре һәм юғары дәрәжә эйәләре өсөн кәшәнәләр төҙөлгән үҙән[2][3]. Үҙән Нил йылғаһы буйында, Фива (хәҙерге Луксор ҡалаһы) ҡаршыһында урынлашҡан һәм ике өлөштән — Көнсығыш үҙәндән (кәшәнәләрҙең күпселеге бында төҙөлгән) һәм Көнбайыш үҙәндән тора.
Рәсми исеме:
|
Үҙәндә алтмыштан ашыу билдәле кәшәнә бар, араларында ҙурлығы менән кескәй соҡорҙан алып йөҙҙән артыҡ бүлмәле кәшәнәләр осрай. Улар Боронғо Мысыр мифологияһынан төрлө күренештәр менән биҙәлгән һәм шул ваҡыттағы ерләү тантаналары, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында мәғлүмәт сығанағы булараҡ үтә әһәмиәтле. Бөтә кәшәнәләр ҙә тиерлек беҙгә тиклем бик күп быуаттар элек үк асылып, таланған, тик һаман да үҙ дәүере хакимдарының бөтмәҫ байлығы, оло ҡеүәте күрһәткесе булып тора.