![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d3/Yaroslav_Veshin_-_Na_nozh.jpg/640px-Yaroslav_Veshin_-_Na_nozh.jpg&w=640&q=50)
Балҡан һуғыштары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Балҡан һуғыштары — Беренсе донъя һуғышы алдынан 1912—1913 йылдарҙағы ике һуғыш, улар һөҙөмтәһендә Балҡан ярымутрауы илдәре төрөктәрҙе Европа территорияһынан тулыһынса тиерлек ҡыҫырыҡлаған.
Балҡан һуғыштары | |
![]() | |
Дата | |
---|---|
Урыны | |
Сәбәбе |
Балҡан Берлеге илдәренең Ғосман империяһының Европа биләмәләрен яулап алыу |
Нәтижә |
Албанияның Ғосман империяһынан фактик бойондороҡһоҙлоҡ алыуы, Балҡан дәүләттәренең еңеүе, Ғосман империяһы Европа биләмәләренең ҙур өлөшөн юғалта |
| |
![]() | |
Беренсе Балҡан һуғышы азатлыҡ өсөн Ғосман империяһына ҡаршы барған. Балҡан союзы (Болгария, Черногория, Сербия һәм Греция) Ғосман империяһын тулыһынса Европа биләмәһенән ҡыҫырыҡлап сығарырға ниәтләгән. Был ниәт тормошҡа ашырылған, төрөктәр ҡулында тик Истанбул һәм уның тирәһендәге территориялар һаҡланған.
Әммә тиҙҙән еңеүселәр араһында ҡапма-ҡаршылыҡтар бер яҡтан Болгария, һәм икенсе яҡтан Сербия, Греция, Черногория, Ғосман империяһы һәм Румыния араһындағы Икенсе Балҡан һуғышы башланыуына килтергән. Болгария һуғышта еңелгән һәм беренсе һуғышта яуланған территорияларының ҙур өлөшөн юғалтҡан, Ғосман империяһы Адрианополь һәм уның тирәһен ҡайтарған.