![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/37/Mausol%25C3%25A9e_de_Chadi_Moulk_Aka_%2528Shah-i-Zinda%252C_Samarcande%2529_%25286009936226%2529.jpg/640px-Mausol%25C3%25A9e_de_Chadi_Moulk_Aka_%2528Shah-i-Zinda%252C_Samarcande%2529_%25286009936226%2529.jpg&w=640&q=50)
Балсыҡ-гипс
ҡурыштырыу материалы, тәбиғи гипс (30-60 % двуводный сернокислый кальций CaSO 4•2H2O) һәм балсыҡтың (гаж, кварц һәм кальцит ҡ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Балсыҡ-гипс (ганч, гаж, арзык, төрк. ganch) — ҡурыштырыу материалы, тәбиғи гипс (30-60 % двуводный сернокислый кальций CaSO 4•2H2O) һәм балсыҡтың (гаж, кварц һәм кальцит ҡушылмалар, ер ҡушылған гипс) ваҡланған 40-70 % өлөшсәләре йәки лесса (ганч, арзык). Төҙөлөш балсыҡ-гипсы — гипс мергелен 160—250° температураһында яндырып алыу һәм артабанғы ваҡлау һөҙөмтәһендә алынған порошок ҡатнашма. Төҙөлөш балсыҡ-гипс (гипс һәм балсыҡтан тыш) составына күпмелер кремнийҙың кислород менән ҡушылмаһы һәм углекислый кальцийҙың ҡайһы бере инә. Хатта бер ятҡылыҡтан алынған балсыҡ-гипстың минераль һәм химик составы ла ныҡ үҙгәреүе мөмкин. Материал һыулы мөхиттә лә ҙур механик сыҙамлылыҡ һәм тотороҡлоҡ менән ҡылыҡһырлана.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/37/Mausol%C3%A9e_de_Chadi_Moulk_Aka_%28Shah-i-Zinda%2C_Samarcande%29_%286009936226%29.jpg/640px-Mausol%C3%A9e_de_Chadi_Moulk_Aka_%28Shah-i-Zinda%2C_Samarcande%29_%286009936226%29.jpg)