From Wikipedia, the free encyclopedia
Байкал аръяғы крайы (Байғал аръяғы крайы; рус. Забайкальский край, бүр. Үбэр Байгалай хизаар) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Себер федераль округы составына инә.
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Байкал аръяғы крайы
| |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Чита | ||||
12-се | |||||
- Барлығы |
431 892 км² | ||||
- Барлығы |
↘1 083 012[1] (2016) 2.51 кеше/км² | ||||
ТТП |
54-се | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
162,1[2] млрд. һум (2010) 126,0 мең һум | ||||
Федераль округ |
Себер | ||||
Иҡтисади район |
Көнсығыш Себер | ||||
Губернатор |
Константин Ильковский | ||||
Край ҡануниәт йыйылышы рәйесе |
Наталья Жданова | ||||
75 | |||||
RU | |||||
Сәғәт бүлкәте |
YAKT[d] һәм Азия/Чита[d][3] |
Административ үҙәге — Чита ҡалаһы.
Край Байкал арьяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Иркутск өлкәһе һәм Саха Республикаһы, көнбайышта — Бүрәт Республикаһы, көньяҡта — Монголия һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы, көнсығышта — Амур өлкәһе менән сиктәш. Майҙаны — 431 892 км².
Чита өлкәһе 1937 йылдың 26 сентябрендә Көнсығыш Себер өлкәһен Иркутск һәм Чита өлкәләренә бүлеү менән барлыҡҡа килә.
2007 йылдың 23 июлендә Чита өлкәһе һәм Агинск Бүрәт автономиялы округы Рәсәй Федерацияһының яңы субъектына — Байкал аръяғы крайына берләшә.
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, край халҡы 1 083 012 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 2.51 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 67.64 % (2015).
Чита өлкәһе һәм Агинск Бүрәт автономиялы округында 1989 йылда — 2138, 2002 йылда — 1228 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.