Байда Мария Карповна
совет разведчигы, санинструктор, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Байда Мария Карповна (1 февраль 1922 йыл — 30 август 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, разведчик, санинструктор, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1942).
Байда Мария Карповна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] |
Тыуған урыны | Аҡмәсет районы, Крымская АССР[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 30 август 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1] (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Севастополь, Украина |
Ерләнгән урыны | Кладбище Коммунаров[d] |
Место содержания под стражей | Равенсбрюк[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы һәм Ғәскәр |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Байда Мария Карповна Викимилектә |
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән шәфҡәт туташтары курсын тамамлап, Севастополь оборонаһында ҡатнаша. 1942 йылда 7 июнендә 514-се уҡсылар полкы санитар инструкторы айырыуса батырлыҡ күрһәтә. Севастополь өсөн барған бер алышта, дошмандың 15 һалдатын һәм офицерын автоматтан атып һәм 4-ен приклад менән һуғып үлтереп, совет командирын һәм 8 яугирҙе әсирлектән ҡотҡара, шул уҡ ваҡытта дошман пулемётын һәм автоматтарын ҡулға төшөрә. Батырлығы өсөн, Приморье Армияһы хәрби уға Советтар Союз Геройы исемен биреүҙе юллай. 1942 йылдың июлендә, ҡаты яраланып, әсирлеккә эләгә, бер нисә немец концлагерын үтеп, 1945 йылдың 8 майында америка ғәскәрҙәре азат итә.