![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/77/Badmintonpan.jpg/640px-Badmintonpan.jpg&w=640&q=50)
Бадминтон
спорт төрө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бадминтон (ингл. badminton) — спорт төрө. Уйынсылар селтәрҙәр менән бүленгән майҙансыҡтың ҡапма-ҡаршы яғында урынлашалар һәм селтәр аша ракеткалар ярҙамында воландарҙы һуғып дошман яғына ергә төшөрөргә, шул уҡ ваҡытта, киреһенсә, уның үҙ яланына төшмәүе өсөн тырышалар.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/77/Badmintonpan.jpg/320px-Badmintonpan.jpg)
Ярышта ике уйынсы йәки ике пар уйынсы ҡатнаша (парҙар ҡатнаш булыуы ла мөмкин — ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар).1992 йылдан йәйге Олимпия уйындары программаһына ингән.