Бабилия
Боронғо Месопотамиялағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бабилия (ак. Karduniaš; егип.Ҡалып:Lang-egy, рус. Вавилония ), йәки Бабил батшалығы — Тигр менән Евфрат араһындағы, Месопотамияның көньяғындағы (хәҙерге Ираҡ территорияһы) боронғо батшалыҡ, беҙҙең эраға тиклем икенсе мең йыллыҡ башында барлыҡҡа килгән, беҙҙең эраға тиклем 539 йылда бойондороҡһоҙлоғон юғалтҡан. Бабил батшалыҡтың баш ҡалаһы була, атамаһы шунан алынған[1]. Амори (рус. амореи) тигән семит халҡы Бабилияға нигеҙ һалған, улар боронғо Ике йылға араһының элгәрге батшалыҡтары — Шумер һәм Аккад мәҙәниәтен мираҫ итеп алған. Семит телдәренә ҡараған аккад теле Бабилияның дәүләт теле була, ә уға туғандаш булмаған һәм ҡулланыуҙан сыҡҡан шумер теле оҙаҡ ваҡыттар дин-йола теле булараҡ һаҡлана.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Донъя ҡитғаһы ...
Бабилия | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. XIX быуат |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт |
Ираҡ Иран |
Административ үҙәк | Вавилон |
Ҡулланылған тел | аккад теле[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | б. э. т. 539 |
Бабилия Викимилектә |
Ябырға