![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/e/e8/Tongue-bitter.jpg/640px-Tongue-bitter.jpg&w=640&q=50)
Аҙыҡ тәме
тел менән ризыҡтың тәмен тойоу / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәм (рус. Вкус) — хеморецепцияның бер төрө; төрлө матдәләрҙең, башлыса, тәм рецепторҙарына (телдәге тәм тамырҙарына, шулай уҡ йотҡолоҡ, йомшаҡ аңҡау, баҙам биҙенең артҡы стеналарына) тәьҫирендә барлыҡҡа килгән тойомлау.
Тәм рецепторҙарынан мәғлүмәт бит, тел-йотҡолоҡ һәм баш һөйәгенең гиҙеүсе нервыларының афферент епсәләре аша оҙонса мейенең яңғыҙ тракты йәҙрәһенә тапшырыла, һуңынан таламус йәҙрәләренә күсә һәм артабан мейе үҙәгенең артҡы йыйырсығына һәм ҙур ярымшарҙар ҡабығының үҙәгенә (лат. insula) барып етеп, тәм һиҙеүҙе формалаштыра. Башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы, тәм системаһы ҡабығының осо парагиппокампаль йыйырсыҡта (лат. gyrus parahippocampalis) һәм гиппокампта (лат. hippocampus) урынлаша[1][2][3]. Татлы, әсе, асы һәм тоҙло тәмдән тыш хәҙерге заман кешеләре төрлө илдәрҙә шулай уҡ аҡылға бәйле, теш ҡамаштыра торған, эҫе, бөтнөк еҫле, һелтеле, металл тәме һәм башҡа тәмдәрҙең булыуын билдәләй.
Кешелә тәм тойғоһо туранан-тура бит һәм тел, аҙыҡ йотоу нервылары тармаҡтары ҡатнашлығында үҫешә, улар телдең алғы 2/3 һәм артҡы 1/3 өлөшөндә тәм һиҙгерлеген тәьмин итә.