Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы (1 февраль 1939 йыл) — ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). РСФСР‑ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР‑ының (1977) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011). Почёт (1999), Салауат Юлаев (2004), Абхазия Республикаһының «Намыҫ һәм дан» (2004) ордендары кавалеры.
Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы | |||||
Тыуған көнө |
1 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (85 йәш) | ||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||||
Ил |
СССР, Рәсәй | ||||
Ғилми даирәһе |
офтальмология | ||||
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (1986) | ||||
Ғилми исеме |
профессор | ||||
Награда һәм премиялары |
| ||||
Сайт | |||||
Т. Ә. Аҙнабаевтың улы, Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе бейе, башҡорт тарханы һәм кенәзе Мешәүле Ҡарағужаҡ вариҫы.