Аюрведа
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аюрве́да (आयुर्वेदः от санскр. आयु «āyu» и वेद «veda» — «ғүмер белеме », «ғүмер фәне», йәки «оҙон ғүмерлелек ғилеме»)[1][2] — Һиндостан халыҡ медицинаһы традицион системаһы. Аюрведа «Атхарваведа»ның өҫтәлмә өлөшө (Упаведа) булып иҫәпләнә һәм санкхья индуизм философия системаһына нигеҙләнгән.
![]() |
Тарихы · Пантеон |
---|
Йүнәлештәре
Шактизм · Шиваизм · |
Индуизм фәлсәфәһе
Дхарма · Артха · Кама |
Индус изге яҙмалары
Веды · Упанишады |
Туғандаш темалар
Индуизм илдәр буйынса · Календарь · Индус байрамдары · Креационизм · Монотеизм · Атеизм · Индуизмды ҡабул итеү · Аюрведа · Джьотиша |
Портал «Индуизм» |
Лабораторияларҙа тикшереүҙәр аюрведала ҡулланылған ҡайһы бер матдәләрҙән файҙалы препараттар эшләп була икәнен күрһәтһә лә, әлеге ваҡытта ҡулланылғандарының файҙаһы бар икәне иҫбатланмаған[3]. Аюрведа ялған фән (псевдонаука) тип иҫәпләнә[4]. Ҡайһы бер ғалимдар уны протофән (фән булдырылғансы тупланған белем) йәки парафән (фәнгә оҡшаған ғилем) тип иҫәпләй[5][6]. 2008 йылда үткәрелгән тикшеренеүҙәр АҠШ һәм Һиндостанда сығарылған, Интернет аша һатылған аюрведа препараттарының 21 % составында кеше организмы өсөн хәүфле миҡдарҙа ауыр металдар (ҡурғаш, терегөмөш һәм мышаяҡ) бар икәнен күрһәтә[7].