Ашхабад
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ашхабад йәки Ашҡабад (төркм. Aşgabat) — Төркмәнстандың баш ҡалаһы, дәүләттең иң ҙур административ-сәйәси, сәнәғәт, фәнни һәм мәҙәни үҙәге. Ашхабад — үәләйәт (өлкә) хоҡуғына эйә айырым административ берәмек.
Ҡала | |||
Ашхабад/Ашҡабад | |||
| |||
Ил |
ТөркмәнстанТөркмәнстан | ||
---|---|---|---|
Координаталар | |||
Эске бүленеш |
6 этраптары | ||
Хәким |
Моратнияз Әбилов[1] | ||
Нигеҙләнгән | |||
Элекке исеме |
1919 йылға тиклем — Асхабад, | ||
Майҙаны | |||
Бейеклеге |
273 м | ||
Климат тибы |
ярым ҡоро (семиарид-BSk) | ||
Рәсми теле | |||
Халҡы | |||
Милли состав |
төркмәндәр (77 %) | ||
Конфессиональ составы |
мосолмандар, православтар, буддистар, йәһүдтәр, католиктар һ.б. | ||
Этнохороним |
ашхабадты/ашҡабадты | ||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+5 | ||
Телефон коды |
+993 (12) | ||
Почта индексы |
744000 — 744901[5] | ||
Һанлы танытмалар | |||
Автомобиль коды |
AG | ||
Рәсми сайт |
ashgabat.gov.tm | ||
Ҡала көнө |
25 мая[6] | ||
Рәсми булмаған исемдәре | |||
2013 йылдың 25 майында Ашхабад бишенсе тапҡыр Гиннес рекордтары китабына индерелде: был юлы донъялағы аҡ мәрмәр ҡала булараҡ — бында 543 яңы йорт аҡ мәрмәр менән көпләнгән. Элегерәк был баҫмаға Төркмәнстандың баш ҡалаһындағы иң бейек флагшток (133 метр), иң ҙур фонтан комплексы (27 синхрон фонтан), ябыҡ типтағы иң ҙур Күҙәтеү Ҡуласаһы аттракционы һәм Оғузхан телевизион башняһындағы иң ҙур йондоҙ индерелгәйне.
Төркмәнстандың Статистика буйынса дәүләт комитетының рәсми мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2012 йылдың 1 ғинуарында Ашхабадта ил халҡының 12,7 проценты йәшәгән. 1995 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 604,7 мең кеше, 2001 йылдағы рәсми баһа буйынса 712 мең кеше теркәлгән. 2002 йылдың 1 июленә ҡарата был һан 743 мең, 2003 йылдың уртаһында 790 меңгә етә, йәғни илдәге бар халыҡтың 13 процентын тәшкил итә. 2005 йылдың 18 ноябрендә Ашхабадта йәшәүселәр 900 меңгә (ил халҡының 13,4 проценты) етеүе тураһында рәсми иғлан ителә.