Ашуғ (ашыҡ) (әзерб. Aşıq, әрм. Աշուղ, фарс. عاشیق)[2] — әзербайжан, төрөктәрҙә[2][3][4][5] һәм әрмәндәрҙә[4][5], ҡайһы бер Кавказ халыҡтарында йырсы-шағир[6]. Инглиздәрҙә урта быуаттарҙағы менестрель һәм француздарҙа трубадурҙарға тап килә[7]. Әзербайжан, төрөктәрҙә ашуғ үҙе сазе тип аталған музыка ҡоралында уйнап, йырлай[4], шулай уҡ ашуғтар балабан һәм даф тигән музыка ҡоралдарында уйнаған[8];

Thumb
Ашуғ (озан)

Музыка ҡоралдары

Ашуғтар ҡыллы музыка ҡоралдарында уйнай[9]:

  • Саз — грушаға оҡшаған корпуслы, оҙон грифлы, алты-һигеҙ металл ҡыллы, ундан ун өскә тиклем лад ҡуйылған музыка инструменты.
  • Чунгур — дүрт ҡыллы лютня, бер ҡылы башҡаларынан ҡыҫҡараҡ.
  • Тар — оҙон грифлы лютня, корпусы һигеҙ һанына оҡшаш, декаһы тиренән. 5−9, 11-14 ҡыллы.
  • Канун — трапецияға оҡшаған цитра, 24 рәт өсәрләп тартылған ҡыллы, дөйөм иҫәбе — 72.
  • Сантур — трапеция формалы цимбала
  • Кеманча — тире тарттырылған корпуслы, өс, йәки дүрт ҡыллы инструмент, йыш ҡына уны бик матурлап биҙәйҙәр
  • Кемани (йәки Бамбир) — 4 ҡыллы музыка инструменты

Ашуғтар яңғыҙ йырлай, йәки башҡа музыканттар менән бергә сығыш яһай (йырлай, йәки музыка ҡоралында уйнай)[9].

Билдәле ашуғтар

Thumb
Ашуғ Молла Джума Әзербайжан почта маркаһында
Thumb
Ашуғ Дживани Әрмәнстан почта маркаһында
  • Аваг
  • Аваси (1896—1978)
  • Азбар-Адам[10]
  • Алы Гызылвенкли
  • Арзу Гурбани
  • Арзу Мелек
  • Асад (1893—1968)
  • Ашхен
  • Верди (Гехам Тарвердян) (1884—1955)
  • Геворг Махуби
  • Джамали (Мкртич)
  • Джахри
  • Дживани (1846—1909)
  • Ерванд
  • Ислам (1875—1950)
  • Кямандар
  • Лункианос Карнеци (1781—1841)
  • Миски Бурджи
  • Молла Джума
  • Муса (1795—1840)
  • Наапет Кучак (XVI в.)
  • Нирани
  • Овнатан Нагаш (1661—1722)
  • Овсеп Никогосян
  • Пайцаре (Варшам Трдатян)
  • Петрос Капанци (1700—1784)
  • Ровшан Ибрагимзаде
  • Сагайи
  • Самира
  • Саят-Нова (1712—1795)
  • Смбат
  • Хайат (Сукиас Загриян)
  • Хайт
  • Хатам
  • Хесте Касум
  • Чтиганос
  • Шаэн (1909-?)
  • Шерам (Григор Талян) (1857—1938)
  • Ширин (Ованнес Карапетян)

Башҡа халыҡтарҙың ашуғтары

Ашик-Гариб

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.