Ацтектар
үҙәк Мексикалағы индеецтар / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ацтектар — Мексикала йәшәүсе, бигерәк тә нахуатль теле туған теле булған халыҡ. Ацтек (Ацтекатль) нахуатль телендә «берәү Ацтландан» тигәнде аңлата. Ацтлан — шул ваҡыттың нахуатль телендә һөйләшеүсе халыҡ мәҙәниәте өсөн мифологик урын.
Ацтектар | |
Барлыҡҡа килгән | Мексика һәм Мезоамерика |
---|---|
Валюта | какао-бобы[d][1] һәм Quachtli[d] |
Башланыу датаһы | 1200 |
Тамамланыу датаһы | 1521 |
Ацтектар Викимилектә |
Ацтектар цивилизацияһы XIV—XVI быуаттарҙа, Месоамерика хронологияһында һуңғы пост-классик дәүерендә Урта Американың байтаҡ ҙур өлөшөн биләп торған.
Мехикаларҙың ышаныуҙары буйынса Мехико-Теноститлан күл уртаһындағы утрауҙа, Ацтланда урынлашҡан, һәм уның халҡы ацтекатль тип аталған. Бынан ацтек һүҙе килеп сыҡҡан. Йыш ҡына «ацтек» төшөнсәһе Теночтитлан (хәҙерге ваҡытта Мехико ҡалаһы урынында) Мехика кешеләрен аңлата.
Ҡайһы ваҡыт төшөнсә шулай уҡ Теночтитландың ике мөһим ҡала-дәүләтен — Техкокодағы Акольхуа һәм Тлакопандаг Тепанекты үҙ эсенә ала, был ҡалалар бөтәһе бергә ацтектарҙың өслөк альянсын — «Ацтек империяһын» тәшкил иткән.
XIII быуаттан башлап Мехико үҙәне Ацтек цивилизацияһының йөрәге булып тора: бында Техкоко күлендәге утрауҙарҙа ацтектарҙың өс альянсының баш ҡалаһы Теночтитлан урнаша. Өслөк альянсының сәйәси гегемонияһы Мехико Үҙәненән бик алыҫ ерҙәргә тиклем етә.
Халыҡ какао эсемлеген ярата, шунан тыш какаоны төрлө ризыҡтар яһауҙа ҡуллана. Ацтектарҙа аҡса ролен дә какао орлоҡтары үтәгәне билдәле. Хатта аҡсаны ялғанлап ерҙән, йәки балсыҡтан яһау осраҡтары ла була. Миҫал өсөн: бер ҡорбан өсөн «сифатлы» ҡолдоң баһаһы 4000 какао орлоғо була.