From Wikipedia, the free encyclopedia
Асия бинт Музаһим (ғәр. آسيا بنت مزاحم, рус. Асия бинт Муза́хим) — Ҡөрьән персонажы, Муса пәйғәмбәр заманында идара иткән Фирғәүен ҡатыны. Мосолмандар уны бөйөк ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булараҡ хөрмәт итә. Ислам риүәйәттәрендә Мөхәммәт пәйғәмбәр Асияны ислам тарихында дүрт бөйөк ҡатын-ҡыҙ араһында телгә алған, тиелә. Улар: Мәрйәм Инә (Ғайса пәйғәмбәр әсәһе), Мөхәммәттең беренсе ҡатыны Хәҙисә бинт Хүвәйлид һәм уның ҡыҙы Фатима.
Асия бинт Музаһим | |
ғәр. آسيا | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Боронғо Мысыр |
Титул | королева[d] |
Хәләл ефете | Фирғәүен |
Асия Фирғәүен ҡатыны була. Иренән айырмалы рәүештә, ул диндар һәм тәҡүә ҡатын булған. Байлығына ҡарамаҫтан, ул ире кеүек тәкәббер булмай. Бер ваҡыт Асия үҙенең хеҙмәтселәре менән Нил буйына килә һәм йылғала йөҙөп барған кәрзинде күрә. Асия кисекмәҫтән йылғанан кәрзинде алып сығырға бойора, һәм хеҙмәтселәр уның эсендә ятҡан малайҙы табалар. Асия иренә бала тураһында һөйләй һәм уны тәрбиәгә алырға күндерә. Шунан һуң Асия Мусаға, ҡатын баланың ысын әсәһе икәнен белмәйенсә, һөт инәһе тәғәйенләй[2][3]. Ислам риүәйәтендә иренең язаһынан ҡурҡып, Асияның йәшерен рәүештә Аллаһҡа табыныуы, һәм ире уның ғибәҙәт ҡылыуын күргәс, язалаған ваҡытында вафат булыуы тураһында бәйән ителә[4].
Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәрендә, Асия ожмахҡа индерелгән тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе буласаҡ, тип әйтелә. Ҡөрьәндә Асия бөтә мосолмандар өсөн дә өлгө сифатында телгә алына[3][4][5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.