Арктика
Ерҙең төньяҡ поляр физик-географик районы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Арктика (грек. ἄρκτος — «инә айыу», ἀρκτικός — «Оло Етегән йондоҙлоғо аҫтында», «төньяҡтағы») — Ерҙең Төньяҡ полюсҡа тоташҡан берҙәм физик-географик районы, үҙ эсенә Евразия менән Төньяҡ Америка ҡитғалары ситтәрен, тотош тиерлек Төньяҡ Боҙло океанды һәм уның утрауҙарын (Норвегияның яр буйы утрауҙарынан тыш), шулай уҡ Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙың терәлеп ятҡан өлөштәрен алып тора. Арктиканың көньяҡ сиге тундра зонаһының көньяҡ сигенә тап килә[1]. Майҙаны — 27 млн км² самаһы; ҡайһы берҙә Арктиканы көньяҡтан Төньяҡ поляр түңәрәк (так как 66° 33′) менән сиктәш итәләр, был осраҡта уның майҙаны 21 млн км²[2] була.
Ҡыҫҡа факттар Халыҡ һаны, Сиктәш ...
Арктика | |
Халыҡ һаны | 0 кеше |
---|---|
Сиктәш | Средние широты[d] |
Майҙан | 27 000 000 км² |
Ҡапма-ҡаршыһы | Антарктика |
Арктика Викимилектә |
Ябырға