Арамей телдәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Араме́й телдәре (Arāmāyā; боронғо арамей теле: 𐤀𐤓𐤌𐤉𐤀; империя арамей теле: 𐡀𐡓𐡌𐡉𐡀; йәһүд-арамей אַרָמָיָא, классик сүриә: ܐܪܡܝܐ) — Семит телдәре составындағы телдәр төркөмө. Боронғо заманда имперский арамейский язык[en] Яҡын Көнсығыштың байтаҡ территорияһында халыҡ-ара тел ролен башҡара.
Араме́й телдәре | |
Таксон |
төркөм |
---|---|
Прародина |
Төньяҡ Сүриә |
Статусы |
дөйөм танылған |
Таралыуы | |
Аралашыусылар һаны |
2,2 млн |
Классификацияһы | |
Категорияһы | |
Афразия макроғаиләһе
| |
Составы | |
көнбайыш һәм көнсығыш тармаҡсығы | |
Айырылыу ваҡыты |
б. э. т. 1 мең йыллыҡ башы |
Тел төркөмөнөң кодтары | |
ГОСТ 7.75–97 |
аре 052 |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-5 |
aii — Ассирия яңы арамей телдәре |
Боронғо заманда яҡынса хәҙерге Сүриә территорияһында күсеп йөрөгән көнбайыш семит ҡәбиләләре төркөмөн «арамейҙар» тип атағандар. Уларҙың теле (дөрөҫөрәге, туғандаш диалекттар төркөмө) ханаан телдәренә, атап әйткәндә, иврит теленә бик яҡын булған. Арамейҙар бер ҡасан да берҙәм халыҡ барлыҡҡа килтермәгән һәм уртаҡ дәүләткә эйә булмаған. Уларҙың теле, шулай булыуға ҡарамаҫтан, биләмәһен бер туҡтауһыҙ киңәйтеп, үҙен сиктән тыш экспансив тотҡан.
Арамей теле бөтә Яҡын Көнсығыштың төбәгендә лингва франка ролен башҡарған, Ассирияла һәм Вавилонда аккад телен ҡулланыуҙан ҡыҫырыҡлап сығарған. Израиль һәм Йәһүҙиә батшалығында илселәр һәм сауҙагәрҙәр арамей телендә аралашҡан. Боронғо фарсы батшалығы Әхмәниҙәр дәүерендә (б. э. т. VI—IV быуаттарҙа йәшәгән) арамей теленең хәле айырыуса көсәйә.
Эллинистик дәүерҙә һәм ғәрәптәрҙең яулап алыуына тиклем (б. э. VII быуаты) арамей теле грек теле менән уңышлы ярышҡан, башҡа семит телдәре урындағы һөйләш ролендә ҡалған. Арамей телдәренең береһе Ғайса Мәсих йәшәгән осорҙа Йәһүҙиәнең һөйләшеү теле булған.
Европала XIX быуаттың 2-се яртыһына тиклем арамей телен (халдейҙар исеме менән) «халдей» теле тип атағандар[1].