Апеннин ярымутрауы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Апенни́н ярымутрауы́ (итал. Penisola italiana — Италия ярымутрауы; шулай уҡ Penisola appenninica) — Европаның иң ҙур ярымутрауҙарҙың береһе. Европаның көньяғында урынлашҡан, Урта диңгеҙ һыуҙары менән йыуыла. Ярымутрауҙа Италияның төп өлөшө, Сан-Марино һәм теократик дәүләт тип һаналған Ватикан һәм Мальта ордены кәрлә дәүләте урынлашҡан. Ярымутрауҙың майҙаны — 149 мең км². Оҙонлоғо 1100 км, киңлеге 130—300 км. Үҙ исемен ярымутрауҙың күпселек өлөшө буйлап һуҙылған Апеннин тауҙарынан алған. Ярымутрауҙың төньяғында Падан уйпатлығы менән сикләнгән, көнбайышта Тиррен диңгеҙе, көнсығышта — Адриатик диңгеҙ, көньяҡта Ион диңгеҙе менән йыуыла. Ярымутрау, бейек үксәле итек формаһына оҡшауы арҡаһында, иң таныулы географик объекттарҙың береһе булып тора. Сейсмиклығы юғары булыуы, заманса тауҙар яһалышы, боронғо һәм хәҙерге вулкан әүҙемлеге (Альбан тауҙары, Амиата, Вульсини, Вультуре, Везувий, Флегрей яландары) Апеннин ярымутрауының үҙенсәлеге булып тора.
Апеннин ярымутрауы | |
---|---|
Характеристикалары | |
Майҙаны | 149 000 км² |
Урынлашыуы | |
42°00′ с. ш. 14°00′ в. д._type:isle HGЯO | |
Апеннин ярымутрауы Викимилектә |
Көслө ер тетрәү — Апеннин ярымутрауы өсөн йыш осраған күренеш. Был процестар литосфера плиталары хәрәкәтенең глобаль тектоник процесы, Африка плитаһының Европа урынлашҡан Евразия плитаһы аҫтына хәрәкәт итеүе, менән аңлатыла.