Антик фәлсәфә
Антиклыҡ фәлсәфәһе. Боронғо греция һәм боронғо рим (б .э. т. VII б. аҙағы — б. э. VI б.) фәлсәфәләренә бүленә, / From Wikipedia, the free encyclopedia
Антик фәлсәфә — антиклыҡ фәлсәфәһе. Боронғо греция һәм боронғо рим (б .э. т. VII б. аҙағы — б. э. VI б.) фәлсәфәләренә бүленә, иртә классик фәлсәфәнән алып император Юстиниан бойороғо менән Афинала 529 йылда һуңғы фәлсәфә мәктәбе ябылғанға тиклем. Ғәҙәттә беренсе боронғо антик фәйлсәсуфы тип Фалес һанала, ә һуңғыһы — Аниций Манлий Торкват Северин Боэций.
Антик фәлсәфә нигеҙендә формалаша боронғо грек аҡыл һатыу, хикмәт сығарыу һәм мистериялар традицияһы нигеҙендә, Боронғо Мысыр, Месопотамия аҡыл эйәләре ҡараштары һәм ҡанбабалығы, башҡа боронғо көнсығыш илдәре йоғонтоһонда формалашҡан. Тәүҙә мифологик ҡараштар әйләнәһендә булғанлыҡтан, боронғо грек фекере тәүге тапҡыр фәлсәфә төшөнсәһе хаҡында үҙенең предметы һәм ысулы булған айырым эшмәкәрлек тигән формулировка биргән, христианлыҡтың аяҡҡа баҫыуына һәм үҫешенә ҙур йоғонто яһаған, шулай уҡ киң мәғәнәлә уның үҫеше Көнбайыш цивилизацияһы үҫешенә хас тип иҫәпләнгән рациональ дискурс сығанағына әйләнгән һәм ижтимағи аңдың айырым формаһы булып иҫәпләнгән фән нигеҙендә ята.