From Wikipedia, the free encyclopedia
Анна Элин Астрид Анвегорд (швед. Anna Elin Astrid Anvegård) — швед футболсыһы, «Русенгорд» һәм Швеция милли йыйылма командаһы һөжүм итеүсеһе, 2019 йылда донъя чемпионатының бронза призёры.
Анна Анвегорд | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 10 май 1997[1] (27 йәш) |
Тыуған урыны | Бредарюд[d], Вернаму[d], Йёнчёпинг[d], Швеция |
Һөнәр төрө | футболсы |
Командалағы уйын позицияһы | нападающий[d] |
Спорт командаһы ағзаһы | женская сборная Швеции по футболу[d] |
Спорт төрө | футбол[2] |
Ҡатнашыусы | Футбол на летних Олимпийских играх 2020 (женщины)[d][3] һәм Чемпионат мира по футболу среди женщин 2019[d] |
Бейеклеге/буйы | 1,65 ± 0,001 метр[2] |
Анна Анвегорд Викимилектә |
Анна Анвегорд өлкәндәр кимәлендә Швецияның ҙурлығы буйынса өсөнсө булған «Векшё» клубында 2015 йылда беренсе тапҡыр сығыш яһай. 17 уйында 27 туп индереп, ул турнир бомбардирҙары исемлеген етәкләй һәм командаға икенсе дивизионға күтәрелергә ярҙам итә. Киләһе ике миҙгелдә футболсы шулай уҡ иң яҡшы һөжүмсе була, ә клуб 2016 йылда өсөнсө, 2017 йылда беренсе урын яулай[4].
Швецияның юғары дивизионында беренсе миҙгелдә Анвегорд дәғүәселәр ҡапҡаһына 14 тапҡыр туп индерә, был күрһәткес буйынса тик Аня Миттагтан ғына ҡалыша, ә клуб етенсе урын ала[5]. Миҙгел һөҙөмтәләре буйынса спортсыға «Прорыв года» призы тапшырыла; ул шулай уҡ «Йылдың иң яҡшы һөжүмсеһе» исеменә лайыҡ була[6].
Анвегордтың иҫ киткес һөҙөмтәлелеге Швецияның да, шулай уҡ сит илдәрҙең дә ҙур клубтары өсөн уны трансфер маҡсат итә[7]. 2019 йыл миҙгел уртаһында футболсы «Русенгорд» клубына күсә[8].
2019 йылда Анвегорд «Векшё» һәм «Русенгорд» өсөн 14 гол менән чемпионаттың иң яҡшы һөжүмсеһе була, шулай уҡ йылдың иң әһәмиәтле уйынсыһы булып таныла[9] ә Мальмё клубы уның ярҙамы менән Дамаллсвенскандың рекордлы 11-се титулына эйә була[10].
2020 йылда швед спортсыһы 16 туп индереп, яңынан чемпионаттың иң яҡшы һөжүм итеүсеһе була, ә уның клубы миҙгелде икенсе урын менән тамамлай[11]. 2020 йылдың декабрендә грузиндарҙың «Ланчхути» командаһына ике уйында өс туп индереп, УЕФА Чемпиондар лигаһында ул дебют яһай[12][13]. Бынан тыш, ул 2020 йылда донъяның 100 иң яҡшы футболсылары исемлегенә тәүге тапҡыр индерелә, унда 85-се урынды биләй[14].
Анвегорд төрлө йәштәге Швеция йыйылма командалары составтарына инә. Ул егерме йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында донъя чемпионатына милли команда заявкаһына эләгә: төркөм этабының икенсе матчында Папуа—Яңы Гвинеянан килгән йәштәштәре ҡапҡаһына бер туп индерә.
2018 йылдың июнендә беренсе тапҡыр швед төп йыйылма командаһына саҡырыла, һәм Хорватияға ҡаршы иптәштәрсә матчта алмашҡа сығып, милли команда өсөн дебют яһай[15]. Йыйылма өсөн беренсе голын Анвегорд 2018 йылдың 11 ноябрендә инглиздәргә ҡаршы иптәштәрсә матчта индерә[16].
2019 йылдың майында Анвегорд донъя чемпионатына ҡатнашыу өсөн Швецияның ғаризаһына индерелә[17]. Ул төркөм этабының Чилиға ҡаршы беренсе тур матчында был турнирҙа дебют яһап, үҙ командаһының 3 уйынында ҡатнаша.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.