Анархизм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Анархи́зм (от бор. грек. ἀναρχία — «власть юҡ», «түрәләр юҡ», от ἀν- — «юҡ» һәм ἀρχή — «баш; начальство; власть») — бер нисә кеше иркенә нигеҙләнгән, мәжбүри идара итеү һәм кешенең кеше өҫтөнән власын инҡар итеүсе ҡараштар төрө системаһы[1][2].
Анархизм | |
Флаг | |
Ҡайҙа өйрәнелә | anarchist studies[d] һәм география анархизма[d] |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Пьер Жозеф Прудон[d] |
Вики-проект | Проект:Анархизм[d] |
Анархизм Викимилектә |
Анархизмда төрлө йүнәлештәр бар, улар ҡайһы бер мәсьәләләрҙә тап килмәй: бик мөһим булмағандарынан алып, төп мәсьәләргә тиклем (мәҫәлән, шәхси милек, баҙар мөнәсәбәттәре, милли мәсьәләләрҙә).
Анархистар үҙидаралыҡ, граждандарҙың бойондороҡһоҙ йыйылыштары системаһы яҡлы. Граждандар эш урынында, йәшәгән ерендә үҙ тормошо һәм хеҙмәте менән үҙаллы идара итергә тейеш һ.б. Анархистар йәмғиәте — шундай йыйылыштарҙың ирекле конфедерацияһы.
Анархистар ҡайһы бер кешеләрҙең икенсе кешеләрҙе иҙеү файҙаһын, ижтимағи процестарҙа ҡатнашыусы ҡайһы берәүҙәрҙең башҡаларҙан өҫтөнлөгөн инҡар итә. Улар дәүләттең теләһә ниндәй мәжбүр итеү механизмын индивидтарҙың ирекле хеҙмәттәшлеге менән алыштырыу яҡлы. Анархистар фекеренсә, ижтимағи мөнәсәбәттәр (общественные отношения) шәхси ҡыҙыҡһыныу, ирекле килешеү һәм һәр бер ҡатнашыусының яуаплылығына нигеҙләнергә тейеш.
Анархистарҙың мәжбүри власть төрҙәрен юҡ итеүгә ҡараштары төрлө йүнәлештә төрлөсә.Ҡайһы бер анархистар мәжбүри власть тип сәйәси мәжбүриләүҙе генә түгел, ә яллау-ялланыу (түләүле хеҙмәт, әжер) мөнсәбәттәрен, никах мөнәсәбәттәрен, йәки малсылыҡты ла ҡарай[3]. Ҡалғандар, тәү сиратта, тик дәүләт мәжбүриләүенә генә ҡаршы сыға.
Башҡорт теле һүҙлектәрендәге билдәләмәләр: Анархи́зм (бор. грек. αναρχω: ἀν, «ан», — «юҡ» һәм ἄρχή, «архэ», — «власть») — һәр төрлө дәүләт власын инҡар итеүсе, сикләнмәгән шәхси азатлыҡ идеяһын алға һөрөүсе ижтимағи-сәйәси ағым[4]; дәүләт власын инҡар итеү, уға ҡаршы сығыу, башбаштаҡлыҡҡа саҡырыу[5]. Анархизм — кешене иҙеү һәм мәжбүр итеүҙе юҡҡа сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуйған, азатлыҡҡа нигеҙләнгән сәйәси философия.