Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ал һәм аҡ раузалар һуғышы йәки Раузалар һуғышы (һуғыштары) (ингл. War(s) of the Roses) — 1455—1485 йылдарҙа Плантагенеттар династияһының ике тармағы — Ланкастерҙар һәм Йорктар яҡлылар араһында власть өсөн көрәштә инглиз аҡһөйәктәре династияһы араһында ҡораллы серияһы. Тарихи әҙәбиәттә низағтың хронологик сиктәре (1455—1485), һуғышҡа бәйле айырым бәрелештәр, күрһәтелгән датанан алда ла, һуңынан да күҙәтелгән. Ысынбарлыҡта оҙаҡҡа һуҙылған был низағты өс киҫкен стадияға бүрегә мөмкин: 1455—1464, 1469—1471 һәм 1483—1487 йылдар[1]. Һуғыш Генрих Тюдорҙың — Ланкастерҙар йортоноң династияны булдырған, Англия һәм Уэльс менән 117 йыл идара иткән ситтәге тармағының еңеүе менән тамамлана. Һуғыш Англия халҡына һиҙелерлек емереклектәр һәм бәлә-ҡаза килтерә, низағ барышында инглиз феодаль аҡһөйәктәренең күпселек өлөшө һәләк була.
Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы | |
Дәүләт | Королевство Англия[d] |
---|---|
Урын | Королевство Англия[d] |
Ваҡиға ваҡыты | XV быуат |
Башланыу датаһы | 22 май 1455 |
Тамамланыу датаһы | 16 июнь 1487 |
Ҡатнашыусылар | Ланкастеры[d], Йорки[d], Ричард III[d] һәм Тюдоры[d] |
Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы Викимилектә |