From Wikipedia, the free encyclopedia
Алёна Мун, тулы исеме Алёна Мунтяну[1] (рум. Aliona Munteanu[2], 25 май 1989 йыл, Молдавия, Кишинёв) — молдаван йырсыһы, 2013 йылда «Евровидение» йыр конкурсында «O mie» йыры менән Молдавия исеменән сығыш яһаусы[3][4][5].
2010 йылда Алёна Мун «Йондоҙҙар Фабрикаһы 2» милли музыкаль шоуында ҡатнаша һәм 3-сө урын ала. «Йондоҙҙар Фабрикаһы 2» -ла ҡатнашҡандан һуң «Thumbs Up» төркөмөн булдырҙы. 2012 йылда ул Баку ҡалаһында «Евровидение — 2012» Паша Парфенийҙың бек-вокалисткаһы булараҡ сығыш яһағайны. Паша Парфений был конкурста «Lautar» йыры менән 11 урын алды[6].
2013 йылдың 14 майында Мальмёла «Евровидение»ның беренсе ярым финалында Украина, Ирландия, Рәсәй, Белоруссия, Литва, Эстония, Нидерланд, Бельгия һәм Дания илдәре вәкилдәре менән бер рәттән конкурстың финалына сыға.
Конкурстың финалында 2013 йылдың 18 майында Алёна Мун 3 һаны аҫтында Литва ҡатнашыусыһынан һуң сығыш яһаны[7]. Һөҙөмтәлә, Алёна 11 урын биләне (шул уҡ урынды 2012 йылда Молдова вәкиле Алёнаның продюсеры, композитор һәм пианист Паша Парфений ҙә биләгән ине).
Жюри «Евровидение — 2013» конкурсында Молдова вәкиленең исемен әйтеп өлгөрмәй, йырсыны плагиатта ғәйепләнеләр. Баҡтиһәң, Алёнаның кейеме американ йырсыһы Кэрри Андервудтың «Грэмми» церемонияһы ваҡытында төрлө төҫкә инеп емелдәгән күлдәген бик ныҡ хәтерләткән икән[8].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.