From Wikipedia, the free encyclopedia
Алекса́ндровка райо́ны (рус. Александровский район) — Ырымбур өлкәһе . Административ үҙәге — Александровка ауылы.
| ||
Ил | ||
---|---|---|
Урынлашҡан урыны | ||
Берләштерә |
14 берекмә | |
Административ үҙәк |
Александровка | |
Барлыҡҡа килеүе | ||
Писарев Александр Петрович | ||
Халҡы (2010) |
19 291[1] кеше | |
Милли состав |
урыҫтар — 61 %, | |
Майҙаны |
3100 км² | |
Ваҡыт бүлкәте |
MSK+2 (UTC+6) | |
Телефон коды |
+7 35359 | |
Автомобиль номерҙары коды |
56 | |
Информационный сайт Александровского района. Рәсми сайты] | ||
Александровка районы Викиһаҡлағыста | ||
Александровка районы Ырымбур өлкәһенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны — 3,1 мең км². Төньяҡта Пономарёвка, көнсығышта — Шарлыҡ һәм Октябрьский, көньяҡта — Переволоцк, көнбайышта — Новосергиевка һәм Красногвардейск райондары менән сиктәш.
Районда нефть (Благодаровск-Коган төркөмө һәм Соболевск) һәм кирбес балсығы (Каменск) ятҡылыҡтары бар.
Территорияһы 1917—1922 йылдарҙа Башҡортостандың Туҡ-Соран, ә 1922—1924 йылдарҙа — Бәләбәй кантондары составында була.
Үҙ аллы булараҡ район 1935 йылдың 20 ғинуарында ойошторола.
Халҡы — 19,3 мең кеше (2010), шул иҫәптән башҡорттар (11 %), уларҙың төп өлөшө Ырымбур башҡорттарына ҡарай.
Александровка районы — (Ҡыуандыҡ һәм Ҡыҙыл Гвардия райондары менән бергә) Ырымбур өлкәһенең башҡорттар тығыҙ йәшәғән төбәге. Милләттәртәребеҙ тупланып көн иткән иң ҙур ауылдар (2002): Аҡтейен, Иҫәнгилде, Күрпәс, Ҡәйепҡол, Ҡансыра, Ҡотос.
Башҡорт теле, мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ, райондың 2 мәктәбендә өйрәнелә (2013).
Александровкала 1998 йылдан «Ырымбур өлкәһенең Александровка районы башҡорттары ҡоролтайы», Ҡотос ауылында «Райхан» вокал ансамбле (1992 йылдан), «Сулпан» бейеү ансамбле (1993 йылдан) эшләй.
Районда 14 ауыл советы, 54 ауыл торама пункты бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.