Айғолаҡтар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Айғолаҡтар — һыуҙа эрегән кислородты һулау өсөн яраҡлашҡан һулыш ағзаһы.
Балыҡтарҙың һулыш ағзалары йотҡолоҡтарында урынлашҡан айғолаҡ дуғаларынан тора. Дуғаларҙың һәр ҡайһыһының бер яғында асыҡ ҡыҙыл төҫтәге айғолаҡ япраҡтары, ә икенсе яғында аҡһыл төҫтәге айғолаҡ һөҙгөстәре урынлашҡан.
Айғолаҡ һөҙгөстәре — табыштың айғолаҡ ярыҡтары аша шылып төшөп китеүенә тотҡарлыҡ яһаусы үҙенә бер төрлө иләк ул.
Айғолаҡ япраҡтары күп һандағы бик ваҡ ҡан тамырҙары — капиллярҙар менән йырғыланған.
Айғолаҡ япраҡтарының йоҡа стеналары аша ҡанға һыуҙа эрегән кислород үтеп инә, ә ҡандан һыуға углекислый газ сығарып ебәрелә.
Кипкән айғолаҡ япраҡтары кислород менән углекислый газды үткәрә алмай. Ш уға күрә һыуҙан сығарылған балыҡ бик тиҙ һәләк була. Нәфис айғолаҡтар тышҡы яҡтан уларҙы һаҡлаусы айғолаҡ ҡапҡастары менән ҡапланған.